Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Ноябрь 2020, 00:28

Фатирҙы, өйҙө таҙартыу өсөн

Борон-борондан үләндәрҙе дарыу урынына файҙаланғандар. Уларҙың күбеһе төрлө хәл-тороштан һаҡлаусы, яҡлаусы булараҡ та роль уйнай. Өйҙө, күҙ тейеүҙән һаҡлай. Бөгөн дә күп экстрасенстар, шамандар һәм ырымсылар кешене һәм өйҙө насар энергиянан таҙартыу, яҡлау өсөн айырым бер үләнде файҙалана. Әгәр ҙә уларҙы дөрөҫ белеп ҡулланғанда, тормошоңдо яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Ниндәй ағастар, үҫентеләр һеҙҙе һаҡлаясаҡ?
Борон-борондан үләндәрҙе дарыу урынына файҙаланғандар. Уларҙың күбеһе төрлө хәл-тороштан һаҡлаусы, яҡлаусы булараҡ та роль уйнай. Өйҙө, күҙ тейеүҙән һаҡлай. Бөгөн дә күп экстрасенстар, шамандар һәм ырымсылар кешене һәм өйҙө насар энергиянан таҙартыу, яҡлау өсөн айырым бер үләнде файҙалана. Әгәр ҙә уларҙы дөрөҫ белеп ҡулланғанда, тормошоңдо яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Фатирҙы, өйҙө таҙартыу өсөн...
Йыш ҡына низағ, бәхәс булып торһа, һеҙгә көнләшкән кешеләр килһә өйөгөҙҙө энергетик яҡтан таҙартыу мотлаҡ. Кире осраҡта улар стеналарға йыйыла, йыйыла... Шунлыҡтан ундай урындарҙа кешенең йыш ҡына башы ауырта, кәйефе булмай, үҙен “һығып” алынған лимон һымаҡ тоясаҡ. Был осраҡта һеҙгә әрем (полынь) ярҙамға киләсәк. Әремде өй буйлап стеналарҙы төтәтеп сығырға кәрәк һәм шуның менән кире энергия юҡҡа сығыр. Тағы ла бер ысул бар – 3 аш ҡалағы әремде бер стакан һыуҙа ҡайнатып сығарырға. Һуңынан уны бер биҙрә һыуға болғарға ла шуның менән өйҙө йыуып сығарырға кәрәк.
Читайте нас: