Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Ноябрь 2020, 21:31

Кәбеҫтә тоҙланығыҙмы әле?

Ҡәҙерле хужабикәләр! Баҙҙарығыҙ тәмле-тәмле һуттар, ҡайнатмалар менән тулдымы? Бәлки, әҙ генә урын ҡалғандыр? Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Бергәләп ҡышҡа әҙерләнәйек.

Телеңде йоторлоҡ итеп кәбеҫтә тоҙлау серҙәре менән уртаҡлашабыҙ.
Кәбеҫтә “С” һәм “К” витаминдарына бай. Белгестәр әйтеүенсә, тоҙланған кәбеҫтәлә улар ике тапҡырға арта. Кәбеҫтәне тоҙлау өсөн һуңғы сорттар яҡшыраҡ. Уның өсөн ағас мискә йәки быяла һауыт уңайлы. Эмалле һауыт булһа, уның сатнаған ерҙәре булмаһын.
Тоҙға килгәндә, уның йодлы булмауы мотлаҡ. Сөнки йодлы тоҙ кәбеҫтәне йомшарта. Кәбеҫтәне эрерәк турау яҡшыраҡ, кире осраҡта ул йомшара. Шулай уҡ үҙең үҫтергән кәбеҫтәнең дә турап ебәрһәң, витаминдарға тағы ла байыраҡ буласаҡ. Ә һатып алынғандарын, киреһенсә, ташларға кәрәк. Сөнки уларҙа нитраттың күпме тупланғаны билдәһеҙ.
Кәбеҫтә тоҙлағанда нимә ҡушырға мөмкин? Әлбиттә, кишер. Ул кәбеҫтәнең кетерләүен генә арттырасаҡ. Ҡайһы бер хужабикәләр ҡара борос, әнис, укроп орлоҡтары, ҡәнәфер, алма, слива ла ҡуша. Улары инде һәр кемдең үҙенән тора.
Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре. Ҡырғыстан үткәрелгән кишер кәбеҫтәгә бер аҙ төҫ бирәсәк. Ә ваҡ ҡына итеп тураған саҡта, ул аҡ килеш ҡаласаҡ.
Кәбеҫтә тоҙлана торған һауытты эс яҡтан йоҡа ғына итеп бал һөртөргә мөмкин. Ул төрлө бактерияларҙан һаҡлаясаҡ. Толағандан һуң уның өҫтөн керән япраҡтары менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк, ул күгәреүҙән һаҡлаясаҡ. Бер аҙ ғына ҡыяр тоҙлоғо өҫтәһәң, кәбеҫтәнең тәме тағы ла яҡшырып китәсәк.
Кәбеҫтә тоҙлауҙың төрлө ысулын тәҡдим итәбеҙ. Һәр кем үҙенә оҡшағанын һайлап алһын.
Боросло кәбеҫтә.
3 килограмм кәбеҫтә, бер аҫ татлы боросто эре генә итеп турарға. Болғатып, банкаларға тултырырға. Өҫтөнә әсе борос һалырға. 750 г ҡайнап һыуынған һыу, 3 аш ҡалағы бал һалып һыуытҡысҡа ултыртырға.
Польша салаты.
1 кг кәбеҫтә, уртаса ҙурлыҡтағы сөгөлдөр, 1 ҙур кишер, уртаса ҙурлыҡта һарымһаҡ алырға. Кәбеҫтәне турарға, ҡалған йәшелсәләрҙе эре тишекле ҡырғыстан үткәрергә. Һарымһаҡты иҙергә. Кәбеҫтәне тоҙ һалмайынса ғына ҡул менән бер аҙ иҙергә һәм йәшелсәләр менән бергә болғатырға. Һуңынан ярты стакан һыуға ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакан шәкәр ҡомо, 1,5 аш ҡалағы тоҙ һалып ҡайнатырға. Һыуынғас, уға ярты стакан самаһы аш һеркәһе һалып, банкаларға ҡойорға. 12 сәғәт тирәһе баҫтырып ҡуйырға. Һуңынан һыуыҡ урында һаҡларға кәрәк.
Сөгөлдөр менән кәбеҫтә
2 кг кәбеҫтә
2 эре кишер
1 эре сөгөлдөр
Тәменә ҡарап һарымһаҡ, әсе борос.
Маринад өсөн:
1 литр һыу
150 гр шәкәр ҡомо
2,5 аш ҡалағы тоҙ
2 лавр япрағы
3 хуш еҫле борос
150 гр 9% һеркәһе
2 кг ауырлыҡтағы кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турайбыҙ. 2 кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә булмаһа ваҡ итеп турайбыҙ.
Хәҙер инде кәстрүлгә ҡатлап-ҡатлап һалырға кәрәк буласаҡ: башта кәбеҫтә, унан кишер-сөгөлдөр-кәбеҫтә... Һәр ҡатҡа ваҡлап туралған һарымһаҡ һибеп сығырға кәрәк. Әсе яратыусылар әсе борос та өҫтәһен. Тултырып һалғас, эҫе маринад ҡойорға. Тәрилкә йә йәтешерәк ҡапҡас менән баҫтырып ҡуйырға. Өс көндән сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә әҙер.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас в