Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Ноябрь 2020, 16:14

БӨГӨН БӨТӘ ДОНЪЯЛА ТАУЫҠ КӨНӨН БИЛДӘЛӘЙҘӘР

Байрамдарҙың ниндәйе генә юҡ! Уның хатта тауыҡҡа арналғаны ла бар. Ә тауыҡтың ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа йорт ҡошона әйләнгәнен беләһегеҙме?

Бөтә донъяла тауыҡ көнөн йыл һайын ноябрь айының икенсе кесаҙнаһында билдәләйҙәр.
Тауыҡ - йорт ҡошо. Быуаттар буйы ул кешенең туйындырыусыһы булып хеҙмәт итә. Ҡасандыр Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ҡырағай тауыҡтар йәшәгән. Тап ошо тауыҡтар киләсәктә йорт ҡоштарының быуынын барлыҡҡа килтерәләр. Хәҙер тауыҡтарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ. Итен, йомортҡаһын, ҡанаттарын һәм хатта мамыҡтарын күптәр рәхәтләнеп тотона.
Читайте нас: