Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Ноябрь 2020, 17:49

Пицца рецептары

Пицца яратаңмы? Кафела һатлғанынмы әллә үҙең бешергәндеме? Йәнә 9 рецепт тәҡдим итәбеҙ. Улар "Кетерләп торған пицца", "Хуш киткес", "Өйҙәгесә пицца", "Табала 10 минутта бешкән пицца", "Пицца өсөн шәп ҡамыр", "Яратҡан пицца", "Пицца өсөн йоҡа ҡамыр", "Пепперони"

"Кетерләп торған пицца"

150мл йылы һыу, ярты балғалаҡ шәкәр, 2 балғалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ әсетке, стакан ярым он.

Шәкәрҙе һыу менән ҡушып болғатырға ла әсетке өҫтәп йылы урынға 10 минутҡа ҡалдырығыҙ. Ондо иләп, тоҙ, май, әсеткеле һыуҙы ҡушып яҡшлап ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртып тороғоҙ. Хәҙер инде әҙер ҡамырҙы икегә бүлеп йәйеп, яратҡан эслек менән биҙәй алаһығыҙ.
Мәҫәлән, сосиски, болгар боросон, тоҙло ҡыярҙы турап, томат соусын һәм майонезды болғап, сырҙы ҡырғыстан үткәреп биҙәргә мөмкин. Пиццаны 200 градуслы эҫелектәге духовкала 10-15 минут бешереп алығыҙ.

"Хуш киткес"
500 гр он, берәр стакан һыу һәм һөт, 1 йомортҡа, 4 аш ҡалағы иретелгән маргаринды, әсетке, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ.

Эслек өсөн: 2-3 аш ҡалағы томат пастаһы йәки кетчуп, 6 сосиска, 1 эре һуған, 2 болгар боросо, 2 помидор, 200 гр ҡаты сыр, 2 иретелгән сыр, майонез, бер ус петрушка.

Әсеткене он менән бутап, йылы һыу һәм йылы һөт , шәкәр һәм тоҙ менән туҡылған йомортҡа ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡалҡып сыҡҡансы баҫҡылап торабыҙ һәм аҙаҡ иретелгән маргарин ҡушып тысҡыйбыҙ. Йәнә 20 минуттан һуң ҡамыр әҙер була.
Ҡаты сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ, ҡалған ризыҡтарҙы ваҡ итеп турағыҙ.
Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйегеҙ, унан томат һөртөп, өҫтөнә һуған, сосиска киҫәктәре, борос, иретелгән сыр һалығыҙ. Унан өҫтөн майонездан сетка яһап биҙәргә була.
Пиццаны 200 гр эҫелектәге духовкала 20 минут бешереп алығҙ. Унан өҫтөнә балдаҡлап туралған помидор һалығыҙ, петрушка һибегеҙ, ҡырылған сыр һалығыҙ һәм йәнә 5 минут бешереп алығыҙ.

"Өйҙәгесә пицца"
Эслек өсөн 250-300 гр ыҫланған колбаса, ветчины йәки сосиска (тәменә ҡарап), 200 гр бәшмәк, 200 гр ҡаты сыр, 150 гр ярым ҡаты сыр, 1 помидор, һуған, борос, тоҙло ҡыяр, тәменә ҡарап кукуруз, майонез, 3-4 аш ҡалағы кетчуп йә томат, йәшелсә (биҙәү өсөн) кәрәк була.
Ҡамыр өсөн 200-250 гр он, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы, тәменә ҡарап тоҙ, 1 балғалаҡ ҡоро әсетке, 1 стакан йылы һыу кәрәк була.
Ҡамыр баҫығыҙ. Ондо тоҙ һәм әсетке менән болғатығыҙ, унан яйлап ҡына һыу, зәйтүн майы ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Һыу менән һаҡ ҡыланығыҙ. Ҡамыр шыйыҡ булһа, он өҫтәгеҙ. Ҡамыр 30-40 минут тирәһе ҡалҡырға тейеш.
Эслек өсөн барлыҡ ризыҡтарҙы турағыҙ, сырҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ. Һәр ҡайһыһын ҡатлап һалығыҙ, һәр ҡаттың өҫтөн майонез менән ҡатлағыҙ.
Пиццаны 20-30 минут тирәһе бешереп алығыҙ.
Ауылса пицца
250 мл һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр, әсетке, 125 гр аҡ май (иретелгән), 350-400 гр он, ярты балғалаҡ тоҙ.
Эслек өсөн: 250 гр эремсек, 100 гр йәшелсә, бешкән тауыҡ ите, сыр, тоҙ, ҡара борос, 1 аш ҡалағы манный ярмаһы.
Һауытта ярты стакан йылы һыу йәки һөттө, 1 аш ҡалағы он, 1 аш ҡалағы шәкәр, әсетке ҡушып ҡалҡытып алығыҙ. Унан он, йылы һөт, иретелгән аҡ май, опара, шәкәр һәм тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ.
Был ҡамырҙан ике пицца сыға. Эслекте һалып, пицца эшләгеҙ.
Йәшелсәне турап, эремсек менән ҡушығыҙ, шунда уҡ тоҙ, ҡара борос ҡушығыҙ. Тауыҡ итен таратығыҙ, сырҙы эре ҡырғыстан үткәрегеҙ. Йәйелгән ҡамырға манный һибегеҙ, унан өҫтөнә эремсек йәйегеҙ. Унан тауыҡ итен һәм ҡырылған сыр һибегеҙ.
200 градуслы 20-25 минутта бешерегеҙ.
"Табала 10 минутта бешкән пицца"
4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа, 9 аш ҡалағы он, сыр.
Ҡамыр ҡаймаҡ кеүек ҡуйылыҡта була. Уны майлы табаға ҡойоғоҙ. Өҫтөнә томат һөртөгөҙ, колбаса, тоҙло ҡыяр, зәйтүн, помидор менән биҙәгеҙ. Майонез, ҡалын итеп сыр һалығыҙ. Плитәгә ултыртығыҙ һәм бер нисә минутта һүрән утта бешерегеҙ. Сыр иреп сыҡҡас та пицца бешкән була.
"Пицца өсөн шәп ҡамыр"
1 стакан он, стакандың өстән бер өлөшөнә йылы һыу ҡойоғоҙ, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 өймәләмә балғалаҡ ҡоро әсетке, 0,5 аш ҡалағы бал.
Ҡамырҙы баҫып, йылы урында 5 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Унан ғәләмәт шәп ҡамыр килеп сыға. Бындайҙы ғәҙәттә пиццерияла эшләйҙәр.

"Яратҡан пицца"

2,5 стакан он, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, әсетке, 1 стакан һөт, тоҙ.
Эслек өсөн: 2 аш ҡалағы томат пастаһы, 300 гр фарш, 1 эре һуған, 2 болгар боросо, 2-3 помидор, петрушка, 200 гр ҡаты сыр, 150 гр брынза, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, онталған борос.
Әсеткеле ҡамыр баҫып, 20 минут ҡалҡытығыҙ.
Фаршты табала бешереп алығыҙ, әммә ҡурырға ярамай. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйегеҙ, эслеген һалығыҙ.
"Пицца өсөн йоҡа ҡамыр"
Был пицца 5 минутта бешеп сыға.
100 гр онға 1 балғалаҡ зәйтүн майы, һөт йә һыу алына.
Булғанын ҡушып, ҡамыр баҫығыҙ. Унан уны йәйеп, яратҡан эслектәрен һалып, пицца эшләгеҙ.
"Пепперони"

100 мл һыу, 1 балғалаҡ шәкәр, 1,5 балғалаҡ ҡоро әсетке, семтем тоҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы, 1,5 стакан он, 200 гр "Пепперони" колбасаһы, 250 гр "Моцарелла" сыры, пицца өсөн соус.
Шәкәр ҡушылған йылы һыуға әсетке өҫтәгеҙ һәм 10 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Унан тоҙ, зәйтүн майы, он менән бергә ҡамыр баҫығыҙ.
Колбасаны, моцарелланы турағыҙ.
Соус: 500 гр. помидорҙы 10-15 минут ҡайнар һыуға һалып тороғоҙ, унан ҡабығын һыҙырығыҙ. Үҙен турағыҙ. 1 һуғанды, 2 теш һарымһаҡты ваҡ итеп турағыҙ. 2-3 минут майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ. Унан помидорҙы ҡушып талғын утта бешерегеҙ. Базилик, орегано ҡушығыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Читайте нас: