Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Ноябрь 2020, 20:15

БАЛАНДЫҢ ФАЙҘАҺЫ

Көҙөн балан ҡыуағында емелдәшеп торған ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошо матурлығы өсөн уны күптәр урмандан алып ҡайтып, өй янына ултырта. Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырга күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.Балан кеҫәле. Йыуылған баланды һыуға һалып бешерегеҙ ҙә иләк аша үткәрегеҙ. Һуңынан ошо ҡатнашмаға балан бешкән һыуҙы һалып, ҡайнай башлағансы утта тотоғоҙ. Һалҡын һыуға һалып, болғатылған крахмал өҫтәп, тағы бер ҡат ҡайнатып сығарығыҙ. Кеҫәл өсөн: 200 г баланға 80 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 0,5 л һыу кәрәк.

Көҙөн балан ҡыуағында емелдәшеп торған ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошо матурлығы өсөн уны күптәр урмандан алып ҡайтып, өй янына ултырта. Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырга күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.

Балан кеҫәле. Йыуылған баланды һыуға һалып бешерегеҙ ҙә иләк аша үткәрегеҙ. Һуңынан ошо ҡатнашмаға балан бешкән һыуҙы һалып, ҡайнай башлағансы утта тотоғоҙ. Һалҡын һыуға һалып, болғатылған крахмал өҫтәп, тағы бер ҡат ҡайнатып сығарығыҙ. Кеҫәл өсөн: 200 г баланға 80 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 0,5 л һыу кәрәк.

Читайте нас: