-4 °С
Ҡар
Ҡайһы саҡта тәнде хәлһеҙлек биләп ала. Иртән йоҡонан уянып өлгөрмәйһең, арығанлығыңды һиҙәһең. Бынан ҡотолоу өсөн төнәтмә эшләп эсәйек. Бының өсөн 2-шәр аш ҡалағы кипкән шалфей һәм имән япраҡтары, 200 мл һыу кәрәк була. Шалфей һәм имән япраҡтарын иҙеп, болғатабыҙ. 2 аш ҡалағы әҙер ҡатнашмаға ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙәбеҙ. 1/4 стакан төнәтмәне ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр эсәбеҙ.