Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
7 Октября 2020, 17:53
"Таң" сәтләүекле алма бәлеше
Быны хатта бәлеш тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Уны байрам торты итеп биҙәп ҡуйһаң да була.
Быны хатта бәлеш тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Уны байрам торты итеп биҙәп ҡуйһаң да була.
Ингредиенттары:
* 200 гр он
* 200 гр шәкәр
* 300 гр алма (таҙартылғаны)
* ярты лимон (һуты менән ҡабығы
* 3 йомортҡа
* 150 гр грек сәтләүеге
* 1 балғалаҡ сода
* 1 балғалаҡ разрыхлитель
* 1 семтем тоҙ
* 1 аш ҡалағы үҫемлек майы (таба майларға)
Әҙерләү
Алманы йыуып, ҡабығынан таҙартып, ваҡ итеп турайбыҙ. Лимон һутын һибеп, шәкәр өҫтәп, болғатабыҙ. Унан һыуытҡысҡа 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Был ваҡыт эсендә алма һуты сығып, шәкәре иреп бөтөргә тейеш. Һутын түкмәйбеҙ.
Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Таҙартылған грек сәтләүеген 2 минут тирәһе ҡоро табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Эреләрен онтар кәрәк булыр. Ондо иләйбеҙ һәм сода, разрыхлитель һәм сәтләүек онтағы ҡушып бутайбыҙ.
Йомортҡаның һарыһын-ағын айырабыҙ. Ағына семтем тоҙ өҫтәп, ҡатҡансы туҡыйбыҙ. Һарыһын алмаға ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Был массаны он ҡатнашмаһына ҡоябыҙ. Барыһын бергә яҡшылап бутап, һуҙылып торған масса яһайбыҙ.
Уға аҙ-аҙлап бүлеп, 2-3 тапҡыр туҡылған йомортҡа ағын ҡушабыҙ. Хәҙер инде формаға һалып, ҡыҙҙырылған духовкала 50-60 минут тирәһе бешереп алырға ғына ҡалды.
Әҙер бәлеште 15 минут тирәһе һыуытып, өҫтөнә шәкәр пудраһын һибергә генә ҡалды. Шулай уҡ үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә лә мөмкин.
Өҫтәлегеҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"