Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Сентябрь 2020, 21:25

Нисек виноград үҫтерергә?

Йылы яҡтарҙа ғына үҫә торған виноград беҙҙә лә “үҙ кешегә” әйләнде хәҙер. Баҡсасылар бигерәк тә Августин, Флора (Лора), Юбилей Новочеркасска, Алешенькин, Монарх тигән сорттарға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың емештәре эре һәм баллы була. Әммә улар һалҡынға тиҙ бирешә. Виноград үҫтереп ҡарау теләгегеҙ булһа, Кристалл менән Платовский сорттарына туҡталығыҙ.Тулыраҡ кәңәш беҙҙең сайтта.

ВИНОГРАД ҮҪТЕРЕҮ СЕРҘӘРЕ
Йылы яҡтарҙа ғына үҫә торған виноград беҙҙә лә “үҙ кешегә” әйләнде хәҙер. Баҡсасылар бигерәк тә Августин, Флора (Лора), Юбилей Новочеркасска, Алешенькин, Монарх тигән сорттарға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың емештәре эре һәм баллы була. Әммә улар һалҡынға тиҙ бирешә. Виноград үҫтереп ҡарау теләгегеҙ булһа, Кристалл менән Платовский сорттарына туҡталығыҙ. Тәлгәштәре бәләкәй булһа ла, 32 градус һалҡынға ла түҙәләр. Үҫентеләрҙе баҙарҙан алмауығыҙ хәйерле, ышаныслы баҡсасыларҙан алығыҙ.
Беренсе ҡырауҙар башланғас, температура үҙгәрешһеҙ 0-5 градус торғанда, берәр аҙна ҡапламай ҙа тоторға була. Тик кинәт һыуытып ебәреүҙән дә һаҡланығыҙ, ни өсөн тигәндә, һабаҡтары 20-23 градус һалҡынға түҙһә лә, тамыры 5-6 градусҡа ғына сыҙам. Виноград ергә ятып торорға тейеш түгел, аҫтына таҡта йәки шифер киҫәктәре ҡуйып ҡалдыраһың, йә булмаһа шыршы ботаҡтары түшәйһең. Артыҡ ботаҡтарын киҫеп бәйләп ятҡыраһың. Өҫтөнә шулай уҡ шыршы ботаҡтары ҡуяһың, таҡта йәки шифер менән баҫтыраһың. Шуныһын да иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер яғын, һауа йөрөһөн өсөн, асыҡ ҡалдыраһың.
Ҡышҡылыҡҡа виноградҡа ауырыуҙарға ҡаршы өс процентлы тимер купоросы һибергә кәрәк. Ун литр һыуға өс йөҙ грамм купорос һалына. Яҙын иһә, ер асылғас, ябып ҡалдырған әйберҙәрҙән арындырып, баҡыр купоросы һибергә онотмағыҙ. Көҙ көнө, йәшенә һәм сортына ҡарап, артыҡ бөрөләрен киҫеп алаһың. Беренсе йылды ултыртҡас, виноградты киҫмәйһең. Икенсе йылға дүрт-биш бөрө генә ҡалдыраһың.
Виноград һыу яратмай – йәй буйына ике тапҡыр ғына һибергә була. Сәскә атҡансы – илле литр һәм сәскә атып күпмелер ваҡыт үткәс – шуның ҡәҙәр. Сәскә һеркәләнгәндә һыу һибергә ярамай. Көҙ көнө бер төпкә кәмендә илле литр һыу һибеп ҡалдыраһың. Шулай иткәндә тамырҙары өшөмәй.
Виноградты көҙ көнө лә, яҙын да ултыртырға ярай. Беренсе йылында үҫеп китә алмаһа, борсолорға кәрәкмәй, ул тамырға көс йыя. Виноград ултыртҡандың икенсе йылында уҡ сәскә атып виноград биргән осраҡтар бар, ләкин сәскә атһа ла, беренсе тапҡыр уның бер генә сәскәһен ҡалдыралар, башҡаларын өҙөп ырғыталар, был виноградты көсө кәмеүҙән һаҡлай.
Раиля Галеева.
Читайте нас: