Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Сентябрь 2020, 17:49

Ҡыҙыл ҡыяр

"Ҡыярҙарҙың һары тышлылары ғына ҡалдымы? Ташларға ашыҡма. Ҡышҡыһын табынға ҡыҙыл ҡыяр ҡуйып аптыратырһың. Моғайын да ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң дә ваҡтары ҡалғандыр баҙға төшмәйенсә. Мин уларҙың икеһенән "Ҡыҙыл ҡыяр" маринадланым", - ти Лилиә Һаҡмар.

Ҡыҙыл ҡыяр

Ҡыярҙарҙың һары тышлылары ғына ҡалдымы? Ташларға ашыҡма. Ҡышҡыһын табынға ҡыҙыл ҡыяр ҡуйып аптыратырһың. Моғайын да ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң дә ваҡтары ҡалғандыр баҙға төшмәйенсә. Мин уларҙың икеһенән "Ҡыҙыл ҡыяр" маринадланым.
Кәрәк:
Тышы һары ҡыярҙар,
Бәләкәй сөгөлдөрҙәр,
һарымһаҡ, маринадлау өсөн тәмләткестәр (борсаҡ ҡара борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, гәрсис, укроп орлоғо), тоҙ, шәкәр, уксус(9%).
Эш барышы:
Сөгөлдөр менән ҡыярҙы бер иш күләмдә алырға. Сөгөлдөрҙө 10 минут ҡайнатырға һәм тышын әрсергә. Ҡыярҙың да тышын әрсергә һәм ҡайнар һыуға тығып алырға. Өс литрлыҡ банкаға сама менән 5 сөгөлдөр китә. Ҡалғаны-ҡыяр. Банкаларҙы тултырғас, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойорға. 3 минуттан маринадты кәстрүлгә ҡойоп алып яңынан ҡайнатырға. Банкаға тәмләткестәр һалырға. Ә маринад әҙерләү һыуына тоҙ, шәкәр, уксус ҡушырға һәм ҡайнатырға.Аҙаҡ ҡайнар килеш банкаға ҡойоп, эҫе һыуҙа тотолған тимер ҡапҡас менән ябырға һәм баштүбән ҡуйырға. Өҫтөнә сепрәк ҡаплап 4-5 сәғәт тоторға һәм әйләндереп, һыуытырға. Һыуытҡыс йә баҙҙа һаҡларға.
Маринад:(1 литр һыуға)
тоҙ-2 аш ҡалаҡ
шәкәр - 3 аш ҡалаҡ,
уксус - 3 аш ҡалаҡ.
Бер банкаға яҡынса 2 литр маринад китә.
Был ҡыяр менән сөгөлдөр - төрлө турамаларға, борщҡа, гарнирға һәм былай ғына ашауға бик тәмле.
Лилиә Ҡәйепова (Лилиә Һаҡмар)
Өфө.Баҡса.
Читайте нас: