Аяҡтарҙы ипкә килтерәйек...
Аяҡҡа салонда педикюр эшләтеп, үксәлә ҡатҡан тирене таҙартыу, ҡоро һөйәлде йомшартыу өсөн салонда бер нисә сәғәтеңде әрәм итергә, етмәһә бер нисә мең һум аҡсаңды ла ҡалдырып китергә тура киләсәк.
Тәрбиәләнмәгән, ҡатып бөткән аяҡтарҙың проблемаһын ярты сәғәт эсендә ябай ғына ҡыяр менән хәл итергә була. Бының өсөн һарғайып бөткән ҡыярҙар ҙа ярап ҡала.
Ҡыярҙы ҡырғыстан үткәреп, проблемалы урындарға һалып, полиэтилин пакет менән ҡаплап, өҫтөнән ойоҡбаш кейегеҙ. Атлап йөрөгәндә һаҡлыҡ күрһәтергә онотмағыҙ. 30-40 минуттан һуң "ҡыярлы итектәрҙе" сисеп, масканы йыуығыҙ. Аяҡтарығыҙҙы танымай ҙа торорһоғоҙ әле! Ҡыяр һутынан ҡытыршылары бөтөп, аяҡ тиреһе шыма һәм йомшаҡ булып ҡалыр. Аҙаҡ зәйтүн майы (йә берәй төрлө үҫемлек майын) һөртөп, 15 минут самаһы ял итеп ултырып тороғоҙ.
Яңы йыйып алынған картуфты балдаҡлап турап, проблемалы урындарға теҙеп һалып, аш пленкаһы менән уратып ҡуйығыҙ. Кәм тигәндә ошолай 30 минутлап йөрөп торор кәрәк. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлар кәрәк.
Аш пленкаһы менән ураныу өсөн тағы бер термоядерлы рецепт: чили әсе боросо менән майлы маска. Бында һаҡлыҡ күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Массаж яһаған кеүек һөртөп, 15 минуттан да ҡалмай алыр кәрәк. Йыуып, таҙартҡандан һуң дым тотоусы крем һөртөр кәрәк. Был ысул варикоз менән яфаланған, аллергияһы булған кешеләргә килешмәй.
Бит тиреһе өсөн матурлыҡ маскалары
Клубника менән ҡурай еләге бит тиреһен дымландыра һәм туҡландыра.
Ҡарғат, ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле күҙәнәктәрҙе кесерәйтә, туҡландыра.
Һырғанаҡ яраларҙы яралта, һытҡыларҙы бөтөрә, туҡландыра.
Слива һырҙарға ҡаршы көрәшә.
Груша бит тиреһенең төләгәнен (шелушение) бөтөрә.
Еләкүемештән маска эшләү бик еңел. Бының өсөн әллә ниндәй рецептар ҙа кәрәк түгел. Йомшаҡ урынын алып бит тиреһенә һөртәң дә, 5-10 минуттан йыуып алаң. Уны яңғыҙ ғына ла, бер нисәүен ҡушып иҙеп тә һөртөргә була. Мәҫәлән, сливанан эшләнгән масҡаға шул уҡ миҡдарҙа15 процент ҡуйылыҡтағы ҡаймаҡ ҡушып болғатыр кәрәк. Битлеккә бал һәм һөт өҫтөн ҡушырға мөмкин. Йомортҡа ағы бит тиреһен тарттыра.
Көньяҡ емештәрен дә ҡулланырға мөмкин:
Персик бит тиреһен бәрхәт кеүек итә, абрикос арығанлыҡ эҙен юҡ итә, хөрмә һауа торошоноң насар тәьҫиренән һаҡлаҡ, лимон һуты пигмент таптар менән көрәшә. Кивинан эшләнгән скрабҡа бер нәмә лә етмәй.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.