Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Сентябрь 2020, 13:40

Баландан иң тәмле джем!

Әлеге ваҡытта баландар бешкән мәл. Һеҙгә йылдар буйына ҡулланған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Кем балан ярата - шулар өсөн!

Әлеге ваҡытта баландар бешкән мәл. Һеҙгә йылдар буйына ҡулланған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Кем балан ярата - шулар өсөн!

Иң тәмле джем, төҫө лә ҡыҙыл ғына килеп сыға, еңел генә эшләнә. Баланды тирәһең дә, йыуып быҡтырырға ҡуяһың, күпме ваҡыт икәнен әйтә алмайым, берәй ун минут барҙыр, шунан эҫе көйөнсә иләк аша үткәрәһең. Үткәреп бөткәс, тағы ла утҡа ҡуяһың, тик ҡайнатып еткермәйһең. Бер килограмм баланға килограмм ярым шәкәр һалып, утын һүндерәһең дә шәкәре ирегәнсе болғайһың. Эҫе көйөнсә банкаларга һалып асыҡ көйөнсә бер тәүлек тотаһың, шунан һыуыҡҡа оҙатаһың.

Читайте нас: