Һәр ауырыуға ниндәй ҙә булһа үлән дауа була. Ҡанүлән, ромашка, әлморон, туҡранбаш (клевер), роза, лимонлы бөтнөк, фенхель, ер еләге япраҡтары, меңъяпраҡ, бәпембә, йүкә, лаванда кеүек дарыу үҫемлектәрен ҡулланыу инструкцияһын тәҡдим итәбеҙ.
* Ҡанүлән (чабрец) - уны ҡайһы берәүҙәр кейәү үләне тиҙәр. Грипп, ашҡаҙан биҙе ҡыҫылыуынан, һейҙерткес дарыу булараҡ, анемиянан, йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауыртыуҙан (өйәнәгенән), ревматик һыҙланыуҙарҙан ҡулланалар. Шулай уҡ ҡанүләнде "ирлек" сәйе булараҡ та ҡулланалар.
* Ромашка - йөрәк сәйе. Тромбҡа һәм микропҡа ҡаршы үҙенсәлеге бар (грипп, һыуыҡ тейеүҙән, елһенеүҙән (воспаление).
* Әлморон - антиоксидант, флавонoид, иммунитет системаһын нығытыусы витаминдар (С, К) һәм минералдар ҡумтаһы. Әгәр ҙә һеҙҙең ҡапыл ғына ҡыҙыл шарап эскегеҙ килеп китһә, әммә алкогол ярамаһа, әлморон төнәтмәһен эсегеҙ. Әлморон шулай уҡ диарея менән дә көрәшә.
* Туҡранбаштан йүтәлдән (бал менән), бауыр, ҡатын-ҡыҙ ауыртыныуҙарынан сәй эшләп эсәләр. Шәкәр диабетында ғәҙәти сәй урынына әлморон эсергә (шәкәрһеҙ) тәҡдим ителә.
* Роза кәйефте күтәрә, вирусҡа ҡаршы сәй, иммунитетты нығыта. Роза сәйен бешергәс тә эсер кәрәк, ултырғанын эсергә ярамай.
* Лимонлы бөтнөктән сәй тынысландыра, нервы ҡаҡшағанда барлыҡҡа килгән аш һеңдереү проблемаһынан ярҙам итә. Көсөргәнешлелекте баҫа, йоҡоно яҡшырта, ауыртыуҙы баҫа, концентрацияны күтәрә.
* Фенхель (тамыры, орлоҡтары). Дижестив-сәй, ашһеңдереүен яҡшырта, ҡорһаҡ күбеүен (вздутие) бөтөрә. Уны хатта яңы тыуған сабыйҙарға ла бирәләр. Шулай уҡ йүтәлдән, һыуыҡ тейеүҙән, отититтан ҡулланалар.
* Ер еләге япраҡтары ҡанды таҙарта, ҡан барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә, тынысландыра, дөйөм нығындырыусы.Хуш еҫле был сәйгә кипкән еләктәрҙе лә ҡушырға мөмкин.
* Меңъяпраҡ. 1 балғалаҡ кипкән үләнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 5-10 минут төнәтәләр. Гастрит булғанда яртышар стакан эсәләр. Ашҡаҙан ауыртҡанда ромашка сәскәләренә меңъяпраҡты ҡушып бешерәләр.
* Бәпембә сәйен алкоголь ҡулланғандан, тәмәке тартҡандан йә дарыуҙар ҡулланғандан һуң эсәләр. Эс ҡатыуынан ярҙам итә. Ризыҡтың файҙалы матдәләрен эшкәртә.
* Йүкә тынысландырыусы сәй. Тынысһыҙланыуҙы баҫа, ҡан баҫымын төшөрә. Баш ауыртыуын баҫа. Көнөнә ике сынаяҡ йүкә сәйен йүкә балы менән эскәндә, һыуыҡ тейҙереп ауырымаҫһығыҙ. Әммә көн дә ошолай эсергә тәҡдим ителмәй. Тир сығарыусы сәй йөрәккә йөк була.
* Лаванда нервы системаһын нығыта, тын алыуҙы еңеләйтә, тыныс йоҡо бүләк итә. Шлактарҙан таҙарта, баш ауыртыуын баҫа.