Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Сентябрь 2020, 01:43

Ҡарбуз консервалау

Ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа банканы асып... ммм... ҡарбуз ашайым. Эҫе көндә ниндәй буран тиерһегеҙ. Хаҡлыһығыҙ. Шуға ла бөгөн беҙ ябай ғына рецепты ҡулланып, ҡышҡылыҡҡа ҡарбуз консервалайбыҙ. Был рецепта уксус ҡулланылмауына иғтибар итһәгеҙ, борсолмағыҙ, шәкәр менән тоҙ уны тулыһынса алыштыра. Рецептарын сайттан уҡығыҙ. Диуарығыҙға алып ҡуйырға онотмағыҙ. Юғиһә юғалтырһығыҙ.

3 литрлыҡ банкаға һыйған тиклем киҫәкләп ҡырҡылған ҡарбуз, Рецепт заготовки арбузов в банку на зиму исключает присутствие уксуса 60 гр шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 5 гр лимон кислотаһы, 2 л һыу алына.
Башта ҡарбузды яҡшылап йыуып алабыҙ. Тыштағы йәшел ҡабығын әрсейбеҙ. Банканың ауыҙына һыйырлыҡ итеп ҡарбузды ҡырҡҡылайбыҙ. Орлоҡтарынан таҙартабыҙ.
Банкаға туралған ҡарбузды теҙеп һалабыҙ (әммә өҫтөнән баҫытырырға ярамай). Ҡайнар һыу менән банканы тултырабыҙ. 10-15 минут үткәс, һыуын һауытҡа ҡойоп (түгеп), йәнә ҡайнатабыҙ. Ҡарбузға йәнә ҡойоп, 10-15 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һыуын ҡойоп, рассол ҡайнатабыҙ. Бының өсөн тоҙ, лимон кислотаһы һәм шәкәр һалып, ҡайнатып алабыҙ.
Әҙер рассолды ҡарбуз өҫтөнә ҡойоп, ҡапҡасын нығытабыҙ. Бер айҙан тәмләп ҡарарға ла була.
Хуш еҫле тәмләткес менән ҡарбузды консервалау
30-35 гр шәкәр, 15020 гр тоҙ, 2 гр лимон кислотаһы, теләк буйынса укроп сәскәһен һәм хрен япрағы, 1 шт лавр япрағы, 3 төймә борос, 1 литр һыу алына.
Был 1 литр банкаға иҫәпләнгән.
Йәшел ҡабығын әрсейбеҙ, Йомшаҡ урынын һаҡ ҡына киҫәкләп турайбыҙ. Башта банка төбөнә укроп менән хрен япрағын һалып, ҡарбуз тултырабыҙ. Өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойоп, кире табаҡҡа ҡоябыҙ. Ощо рәүешле тәмләткестәрҙең күпме кәрәклеге билдәләнә.
Рассолға кәрәкле тәмләткестәрҙе тултырып, 5-10 минут ҡайнатып алабыҙ. Аҙаҡ банкаларҙы стерилләйбеҙ һәм ҡапҡасвын нығытабыҙ.

Фото сығанағы: Depositphotos
Читайте нас: