Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Август 2020, 11:10

Грушанан ҡышҡылыҡҡа джем, ҡайнатма, повидло, компот...

Грушанан ҡайнатма ҡайнатыу серҙәрен күптәр белә. Был әллә ни ауырлыҡтар ҙа тыуҙырмай. Әммә ҡайнатманы төрлөләндерергә лә мөмкин. Мәҫәлән, лимон йә әфлисун, тәмләткестәр ҡушырға була. Бынан тыш грушанан компот, повидло йә пюре ҡайнатырға, маринадлап тәмле ҡабымлыҡ яһарға мөмкин. Төрлө-төрлө 17 рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Грушанан ҡышҡылыҡҡа джем, ҡайнатма, повидло, компот әҙерләргә була.
Грушанан ҡайнатма ҡайнатыу серҙәрен күптәр белә. Был әллә ни ауырлыҡтар ҙа тыуҙырмай. Әммә ҡайнатманы төрлөләндерергә лә мөмкин. Мәҫәлән, лимон йә әфлисун, тәмләткестәр ҡушырға була. Бынан тыш грушанан компот, повидло йә пюре ҡайнатырға, маринадлап тәмле ҡабымлыҡ яһарға мөмкин.
1. Киҫәкле грушанан ҡайнатма
Был ҡайнатмала груша киҫәктәре гәрәбә төҫөндә килеп сыға. Уны айырым ҡулланырға ла, туңдырма өҫтөнә һалып ашарға ла мөмкин.
Бының өсөн 2 кг груша һәм 1,5 кг шәкәр кәрәк була.
Грушаны киҫәкләп турайбыҙ һәм кәстрүлгә шәкәр менән бергә һалабыҙ. Кәстрүлде һелкетеп алабыҙ ҙа 2-3 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Унан утҡа ҡуйып болғата-болғата ҡайнатып сығарабыҙ. 10 минут ҡайнағандан һуң уттан алабыҙ. Төнгөлөккә шул килеш ҡалдырып торабыҙ. Йәнә ике тапҡыр ошолай ҡайнатабыҙ. Иң һуңынан ҡайнатманы 40-60 минут бешерәбеҙ. Ҡайнатма ҡуйырып, бер аҙ ҡарайып ҡалған кеүек була. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
2. Грушанан гәрәбә төҫлө ҡайнатма
Был ҡайнатма тәмле генә түгел, төҫө лә матур була. Бының өсөн 1 кг груша, 1 кг шәкәр, 1 лимон ҡабығы, 160 мл һыу алына.
Грушаның уртаһын алып, турайбыҙ. Шәкәрҙән һыу менән сироп ҡайнатабыҙ. Әҙер сиропҡа туралған грушаны һалабыҙ ҙа үтә күренмәле булғансы бешерәбеҙ. Лимон ҡабығын иң аҙаҡ ҡушабыҙ. Эҫе ҡайнатманы банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
3. Лимонлы грушаларҙан ҡайнатма
Лимон бындай ҡайнатмаға әселек тәме һәм цитрус еҫен бирә. 1 кг грушаға 1 кг шәкәр, 1 лимон, 2,5 стакан һыу кәрәк була.
Шәкәрҙең яртыһынан һыу менән сироп ҡайнатабыҙ. Туралған грушаны сиропҡа һалып, болғата-болғата 15 минут бешерәбеҙ. Унан ҡалған шәкәрҙе өҫтәп, йоҡа ғына итеп туралған лимонды һалабыҙ. Йәнә болғата-болғата 30 минут бешерәбеҙ. Уттан алынған ҡайнатманы һыуынып сыҡҡас төнгөлөккә һыуытҡыса ҡуйып торабыҙ. Иртән йәнә утҡа ултыртып, ҡайнатып сығарабыҙ һәм йәһәт кенә банкаларға һалып ҡапҡасын нығытабыҙ.
4. Грушанан ҡуйы ҡайнатма
Был ҡайнатманың үҙенсәлеге - имбир тамырын ҡушыуҙа. Ул ҡайнатмаға ҡырҡыулыҡ өҫтәй. Бының өсөн 1 кг грушаға 1 кг шәкәр, 2 аш ҡалағы ҡырғыстан үткәрелгән имбир, 1 лимон һуты һәм ҡабығы, 200 мл һыу кәрәк.
Грушаны шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һауытҡа груша, имбир, лимон ҡабығын һәм лимон һутын, һыу ҡушып, ҡайнап сыҡҡансы утта тотабыҙ. Талғын утта 15 минут бешерәбеҙ (груша киҫәктәре йомшарырға тейеш). шәкәр ҡушабыҙ ҙа йәнә 10-20 минут бешерәбеҙ. Әҙер ҡайнатманы банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытығыҙ.
5. Туралмаған грушаларҙан ҡайнатма
Был ҡайнатмаға бәләкәй генә грушалар кәрәк була. Бының өсөн 2,5 кг грушаға 1,5 кг шәкәр, 1 гр лимон кислотаһы, 2,5 стакан һыу кәрәк була.
Кәстрүлдә шәкәрле һыуҙа ҡайнатабыҙ. 20 минут болғата-болғата ҡайнатабыҙ. Грушаны киптереп, бер нисә урындан тишкеләйбеҙ. Унан грушаны ҡайнар сиропҡа һалабыҙ. 15 минут бешерәбеҙ ҙә йәнә һыуытабыҙ. ошо рәүешле 3 тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Унан эҫе грушаларҙы банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
6. Груша менән әфлисундан ҡайнатма
1 кг грушаға 1 әфлисун, 1,5 кг шәкәр кәрәк була.
Грушаның ҡабығынан һәм орлоҡтарынан таҙартып турайбыҙ. Әфлисундың ҡабығын ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм һутын һығабыҙ. Грушаны кәстрүлгә һалабыҙ һәм өҫтөнә һалҡын һыу ҡоябыҙ. Йәшелсәне тулыһынса ҡаплар өсөн шәкәрҙе лә ҡушабыҙ. Ярты сәғәттәй бешереп алабыҙ. Унан грушаны иләктән үткәрәбеҙ. Әҙер иҙмәгә әфлисун ҡабығы менән һутын ҡушып, 20 минут бешерәбеҙ. Эҫе ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
7. "Биш минутлыҡ" ҡайнатма
1 кг грушаға 250 гр шәкәр, 1 аш ҡалағы бал, 2 аш ҡалағы лимон һуты алына.
Грушаны йоҡа ғына итеп турайбыҙ. Кәстрүлгә лимон һуты, шәкәр һәм бал менән бергә һалабыҙ. Ҡапҡасын ябып, бер төнгә ҡалдырып торабыҙ. Унан иртән кәстрүлде һүрән генә утҡа ултыртып, болғай-болғай ҡайнатып сығарабыҙ. Ҡайнап сыҡҡанхан һуң йәнә 5 минут бешереп, банкаларға һалыу менән ҡапҡасын нығытабыҙ.
8. Груша менән мәктән ҡайнатма
Был ҡайнатма бәлештәр өсөн эслек булыр өсөн ҡуланыла.
1 кг грушаға 300 гр шәкәр, 2 аш ҡалағы мәк, 1 лимон кәрәк була.
Грушаның ҡабығын әрсеп, уртаһындағы орлоғонан таҙартып, турайбыҙ. Уны шәкәр һәм лимон һуты менән бергә бутап кәстрүлгә һалабыҙ. Ошо килеш ул 1-2 сәғәт ултырып торһон. Унан утҡа ултыртып ҡайнатып сығарабыҙ. Йәнә болғата-болғата 20 минут утта тотабыҙ. Теләк булғанда уны блендер менән иҙергә лә мөмкин. Мәкте ҡоро табала ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ҡайнатмаға ҡушып, 5-10 минут самаһы ҡайнатып алабыҙ. Эҫе ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
9. Йәшел грушанан ҡайнатма
2,5 кг грушаға 1,5 кг шәкәр, 2 стакан һыу алына.
Грушаны шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм кәстрүлгә һалабыҙ. Өҫтөнә 1 стакан һыу ҡоябыҙ һәм талғын утта ҡайнағандан һуң 20 минут бешерәбеҙ. Ҡайнаған саҡта әлдән әле болғап һәм өҫтөндәге күбеген алып торор кәрәк буласаҡ. Сиропты 1 стакан һыу һәм шәкәр менән эшләйбеҙ. Сироп ҡайнап сығыу менән грушаларҙы һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут тирәһе ҡайнатып торабыҙ.
Эҫе ҡайнатманы банкаларға һалып, капрон ҡапҡастар менән ябып баҙҙа һаҡлайбыҙ.
10. Груша һәм слива менән ҡайнатма
1 кг груша, 1 кг слива, 1,6 кг шәкәр, 400 мл һыу алына.
Грушаны ҡабығынан әрсеп, уртаһынан таҙартып, турайбыҙ. Сливаның һөйәктәрен айырып ҡырҡҡылайбыҙ. Грушаны ла, сливаны ла тап ошо рәүешле үлсәйбеҙ. Улар 1-әр кг булырға тейеш. Сироп ҡайнатып алабыҙ. Сиропҡа грушаны һалып, ҡайнатып алабыҙ һәм 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Әлдән-әле күбеген алып торор кәрәк. Унан грушаға сливаны ҡушабыҙ. Йәнә 20-25 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Әҙер ҡайнатманы банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
11. Груша һәм дәрсен (корица) менән ҡайнатма
1 кг груша, 800 гр шәкәр, 1 балғалаҡ онталған дәрсен, бер семтем онталған ҡәнәфер кәрәк була.
Грушаны турап, кәстрүлгә шәкәр һәм тәмләткестәр менән берлектә һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡансы болғатып торабыҙ. утты кәметәбеҙ һәм әлдән-әле болата-болғата 1,5-2 сәғәт бешерәбеҙ. Өҫтөндәге күбеген алып, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
12. Ҡышҡылыҡҡа грушанан компот
1 кг груша, 350 гр шәкәр, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 1 лимон ҡабығы, 700 мл һыу кәрәк була.
Таҙартылған грушаларҙы урталай ҡырҡҡылап, лимон кислотаһы һәм 1 литр һыуҙан эшләнгән иҙмәгә 15 минутҡа иығып алабыҙ. Ошолай иткәндә улар ҡараймай. Стерилләнгән банканың төбөнә лимон ҡабығын һалабыҙ, өҫтөнә грушаларҙы төшөрәбеҙ. 700 мл һыу һәм 350 гр шәкәрҙән сироп әҙерләп, грушаның өҫтөнә ҡоябыҙ. Банкаларҙың ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
13. Грушанан ҡышҡылыҡҡа һут
5 кг груша һәм 1 кг шәкәр кәрәк була.
Грушаны турап, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Унан пресс йә ҡулдан һутын һығабыҙ. Талғын утта ҡайнатып сығарабыҙ. Тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә була. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
14. Ҡышҡылыҡҡа грушанан иҙмә
1 кг грушаға 2 стакан шәкәр, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, ванилин, 0,5 стакан һыу кәрәк була.
Грушаны шаҡмаҡлап турап, кәстрүлгә һалабыҙ. Һыу һәм лимон кислотаһын өҫтәйбеҙ. Ҡатнашманы талғын утта ярты сәғәт тирәһе бешереп, блендерҙан үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне кәстрүлгә һалып, шәкәр һәм ваниль өҫтәйбеҙ. Болғата-болғата бешерәбеҙ. Банкаларға һалып, стерилләйбеҙ һәм ҡапҡасын нығытабыҙ.
15. Ҡышҡылыҡҡа сиропта грушалар
1 кг груша, 0,5 кг шәкәр, 1 литр һыу кәрәк була.
Грушаның ҡабығын әрсегәндән һуң, ҙурлығына ҡарап уны урталай ҡырҡабыҙ йә дүрткә бүләбеҙ. Ҡараймаһын өсөн лимон һутын һибергә була. Сиропты аҙ-аҙлап ҡайнатыбыҙ. Уға грушаны тығып алабыҙ ҙа банкаларға һалабыҙ. Банканы сироп менән тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
16. Грушанан ҡышҡылыҡҡа повидло
1 кг грушаға 0,5 кг шәкәр, 0,5 балғалаҡ лимон кислотаһы, 0,5 л һыу алына.
Таҙартылған грушаларҙы турап, кәстрүлгә һалабыҙ. Улар йомшарғансы бешереп алабыҙ. Унан дуршлагка һалып, һөҙәбеҙ. Һыуын түгергә ашыҡмай торайыҡ (ул аҙаҡ кәрәк буласаҡ). Йомшарған грушаларҙы иләктән үткәрәбеҙ. Бешкән һыуына һалып, талғын утта бешереп алабыҙ. Шәкәр, лимон кислотаһы һалып, әҙер булғансы бешереп лабыҙ. Әҙер повидлоны банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
17. Грушанан джем
Бәләкәй генә сер менән бүлешәйем: джем тәмле булһын өсөн, әҙерләү барышында бер аҙ коньяк ҡушабыҙ.
2 кг груша, 1,5 кг шәкәр, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 1 пакет ванилин, 1 аш ҡалағы коньяк.
Грушаны киҫәкләп турайбыҙ. Унан шәкәр һалып, һуты сыҡҡансы ултыртып торабыҙ. Талғын утта болғата-болғата 1-2 минут бешереп алабыҙ һәм һыуытабыҙ. Йәнә ҡайнатып сығарғандан һуң, болғата-болғата ярты сәғәт бешерәбеҙ. Аҙаҡ ҡайнатмаға лимон кислотаһы өҫтәп, ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Блендр менән иҙеп, банкаларға тултырабыҙ.
Читайте нас: