Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Август 2020, 11:35

«Бесәй телдәре» печеньеһы

Был печенье менән иртән ҡәһеүә эсергә була. Ә бешереүе... үҙе бер ләззәт!

100 гр аҡ май, 110 гр шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа ағы, 100 гр он кәрәк була.
Майҙы шәкәр ҡомо (пудраһы) менән миксер ярҙамында туҡып алабыҙ. Унан туҡылған йомортҡа ағы менән он өҫәйбеҙ.
Майланған әҙер формаға кулинар моҡсай ярҙамында 6-8 см оҙонлоҡта итеп (бер яғы киңерәк булһын) һығып сығарып һалабыҙ. Әйткәндәй уларҙың араһы 4 см (был мотлаҡ) булырға тейеш! Юғиһә улар ҡушылыуы ихтимал.
Әҙер печеньены ҡыҙҙырылған духовкала 5-6 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Фото: https://vk.com/photo-65248501_457278736 алынды.
Читайте нас: