Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
26 Август 2020, 12:20

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

"Ҡыҙыл бәрхәт". Бик күптәрҙең яратып ашаған торты ул. Уны бешереүе ап-анһат ҡына. Хужабикәләр, бешереп ҡарайыҡмы?

Ҡамыр өсөн: он - 340 г, шәкәр - 300 г, какао - 1 аш ҡалағы, тоҙ - 1/4 сәй ҡалағы, сода - 1 сәй ҡалағы, разрыхлитель - 2 сәй ҡалағы, йомортҡа - 3 шт, рафинир. көнбағыш майы - 300 мл, кефир 3,2% - 300 мл, ҡыҙыл аҙыҡ буяуы - 2 сәй ҡалағы.

Ҡамырҙы эшләүе бик еңел. Миксерҙы иң аҙаҡ ебәрергә була, бөтә ингридиенттарҙы сеүәтәгә һалғас.

1. Һауытҡа шәкәр, он, какао, сода, тоҙ, ҡабартҡыс һалып бөтәһен бергә бутарға.
2. Артабан йомортҡа, көнбағыш майын өҫтәргә.
3. Иң аҙаҡ кефир менән ҡыҙыл аҙыҡ буяуын ҡушып миксер менән туғырға. Ҡамыр шыйығыраҡ килеп сығасаҡ ҡыҙғылт төҫтә, үтә ҡурҡмағыҙ, шулай булырға тейеш.
4. Әҙер ҡамырҙы 15-20 минутҡа ултыртып торорға.
5. Форманың ситен майларға һәм төбөнә пергамент ҡағыҙын түшәргә.
6. Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп бешерергә 170 градуста 40-50 минут. Бисквиттың әҙер булыуын шпажка таяҡсаһы менән тикшереп ҡарарға мөмкин.
7. Бисквит әҙерәк һыуына биргәс, шыптырға урап 2 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға.
8. Бисквиттарҙы һыуытҡыстан сығарғас, ипләп кенә бысаҡ менән өҫкө өлөшөн ҡырҡып алырға (сөнки бисквиттың урта өлөшө өҫкә ҡалҡып бешеүе ихтимал).
9. Бисквиттарҙы крем менән һылап йыйырға кәрәк.

Крем өсөн: эремсекле сыр - 340 г, аҡ май - 115 г, шәкәр пудраһы - 100 г, ванилин - 10 г. Бөтә ингридиенттарҙы һауытҡа һалып миксер менән туғырға 5-7 минут. Крем әҙер.

Бына инде, ниһәйәт, торт әҙер, тәмләп-татлап ашаһағыҙ ҙа була. Бешергән тәмлекәстәрегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: