Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
24 Августа 2020, 21:15
Сейәнән бәлеш
Тәмлеееее генә итеп сейә менән эремсектән бәлеш бешергегеҙ киләме? Ул сағында был рецепт һеҙҙең өсөн!
Добавить в предпочтительные источники Google
Кәрәкле ингредиенттар:
он – 150 гр
аҡ май – 80 гр
һөт – 1-2 аш ҡалағы
йомортҡа һарыһы – 1
шәкәр пудраһы – 1 аш ҡалағы
семтем тоҙ
Эслек өсөн:
һөйәкһеҙ сейә -250 гр
йомшаҡ сыр -200 гр
эремсек – 150 гр
ҡаймаҡ -100 гр
шәкәр – ¾ стакан
йомортҡа -2
ванилин – 1 ҡап
кархмал – 1 аш ҡалағы
Әҙерләү:
Ондо иләргә лә уға тоҙ менән шәкәр пудраһын өҫтәргә. Уға киҫәктәргә бүлеп һыуыҡ аҡ майҙы һәм йомортҡа һарыһын ҡушырға. Бөтәһен бергә ыуаларға. Унан һөт ҡойоп, ҡамыр баҫырға. Тик һөттө яйлап ҡына, бүлеп-бүлеп ҡойоғоҙ. Самалағыҙ, артыҡ булғандай булһа, ҡоймағыҙ. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, ситтәрен ҡалҡытып табаға урынлаштырығыҙ. Унан төбөн сәнске ҡалаҡ менән тишкеләп һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Эремсекте йомшаҡ сыр менән бергә бутайбыҙ. Уға шәкәр, ҡаймаҡ, ванилин, йомортҡа ҡушырға, яҡшылап болғатырға. Ә сейәгә крахмал һалабыҙ.
Һыуытҡыстан ҡамыр йәйелгән табаны алып, уға эремсекле ҡатышманы, унан крахмал менән буталған сейәне уның эсенә батырынҡырап һалырға.
Бәлеште 40-50 минут 170 градуслыҡ эҫе духовкала бешерергә.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"