Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Август 2020, 12:37

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡтан аджика

#Һаҡмар_рецептарБындай аджиканы ғәҙәттә ит менән ашайҙар. Әммә, шул уҡ ваҡытта, уны икмәккә һылап ашарға ла мөмкин. Бик тәмле була. МММ... Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? Улайһа рецепты сайттан инеп күсереп алығыҙ.

Ингридиенттар:
* 0,5 кг уртаса ҙурлыҡтағы ҡабаҡтар;
* 80 гр болгар боросо;
* 80 гр кишер;
* 1 баш һарымһаҡ;
* 250 гр помидор;
* 1 йәки ярты әсе борос;
* 2 аш ҡалағы томат пастаһы;
* 30 гр үҫемлек майы;
* тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр;
* 15-20 мл 9% уксус.
Ҡаьаҡтарҙың ҡабығын әрсеп, уртаса киҫәктәргә бүлеп турар кәрәк. Шулай уҡ татлы борос менән кишер турала. Помидорҙы 2-4 киҫәккә, әсе боростоң ҡойроғон алып ташлар кәрәк. Унан ҡабаҡты, боросто, кишерҙе һәм помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ.
Әҙер ҡатнашманы яҡшылап болғатып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас та йәнә болғата-болғата 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Унан тоҙ, шәкәр, томат пастаһын, ваҡлап туралған әсе боросто, үҫемлек майын өҫтәп, йәнә 10 минут тирәһе бешергәс, ваҡ итеп туралған һарымһаҡты өҫтәп, 5 минуттай утта тотабыҙ һәм уксус өҫтәп аджиканы яҡшылап болғатабыҙ. Ҡайнап сығыу менән уттан алабыҙ.
Әҙер аджиканы алдан әҙерләп ҡуйған банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ. Банкаларҙы баш түбән ултыртып, һыуынғанға ҡәҙәр өҫтөн төрөп ҡуябыҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Фото https://vk.com/wall-74947398_57124?hash=1ecebaf5bf552eb01a һылтианмаһы буйынса алынды.
Читайте нас: