Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Август 2020, 19:15

Алманан мармелад

Масса бик тиҙ мармелад хәленә килә. Иҫ киткес, хуш еҫле тәмлекәс һеҙҙең өҫтәлде биҙәр. Теләге булғандар, уға төрлө төҫтәр ҡушып, төрлө формаларға ҡойоп та әҙерләй ала. Рецепты сайттан уҡығыҙ.

Алманан мармелад

1 биҙрә алманы яҡшы итеп йыуабыҙ һәм 1 литр һыу ҡойоп бешерергә ҡуябыҙ. Алмалар таралып, иҙелеп бешергә тейеш. Уның өсөн яҡынса ярты сәғәт ваҡыт талап ителә. Һуңынан друшлагҡа марля ҡуйып, бешкән алманы – пюрены ҡоябыҙ һәм һыуы аҡһын өсөн элеп ҡуябыҙ. Шулай бер тәүлеккә ҡалдырабыҙ.

Икенсе көндө йыйылған алма һутын үлсәйбеҙ. 1 литр һутҡа 1 кг 200 г иҫәбенә шәкәр ҡомо алабыҙ. Тәүҙә шәкәрҙең яртыһын һутҡа ҡойоп болғатып алабыҙ һәм газда 5 минут бешерәбеҙ. Утты һүндергәс, ҡалған шәкәр ҡомон ҡойоп болғатабыҙ. Масса бик тиҙ мармелад хәленә килә. Иҫ киткес, хуш еҫле тәмлекәс һеҙҙең өҫтәлде биҙәр. Теләге булғандар, уға төрлө төҫтәр ҡушып, төрлө формаларға ҡойоп та әҙерләй ала.

Читайте нас: