Һаҡмар
+3 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
12 Августа 2020, 12:35
Ҡышҡылыҡҡа корейса салат
Корея салаты менән ҡыяр салаты. Әҙерләп ҡарағыҙ, бик тәмлееее!
Ябай булмаған бик тәмле салат!
Кәрәк:
- 2 кг.ҡыяр
- 2 кг.кишер
- 1 баш һарымһаҡ (чеснок)
- 125 мл 9% һеркә (уксус)
- 80 г. шәкәр ҡомо
- 100 мл көнбағыш майы
- 2 сәй ҡалағы тоҙ
- корея салаты өсөн приправа
Әҙерләйбеҙ:
1. Эре ҡыярҙар кәрәк. Ҡырғыстан ҡырабыҙ, корея салаты өсөн, орлоғо булған ергә тиклем. Тураҡларға ла була эре итмәй генә.
2. Кишерҙе лә йыуып, оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрергә.
3. Һарымһаҡты таҙартып иҙергә.
4. Сөм һауытта ҡыяр, кишер, һарымһаҡты бергә бутарға. Һеркә м-н көнбағыш майын ҡойорға. Приправаны өҫтәргә. Яҡшы итеп болғайбыҙ.
5. Яҡшы итеп ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер-нисә тапҡыр болғап торорға.
6. Бер тәүлек ваҡыт үткәс, салатты банкыларға һалып сығырға, өҫтәренә һутын ҡойорға.
7. Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, банкыларҙы ҡуйып, әҙерәк һыу ҡойорға, банкыларҙың муйынына етмәҫлек итеп. Банкылар өҫтөн ҡапҡастар м-н ябып ҡына тороп, ут тоҡандырабыҙ. 20 минут стерилизовать итәбеҙ. Шунан һуң, ҡапҡастарын нығытып түңкәреп ҡуябыҙ.
Салат әҙер!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"