0 °С
Болотло
1кг кәбеҫтә, 0,5 кг кишер, шул уҡ күләмдә һуған, 0,8 помидор, 0,5 кг болғар боросо, 0,8 ҡыҙыл сөгөлдөр, 120 мл көнбағыш майы, 50-60 мл аш һеркәһе, 2,5 аш ҡалағы шәкәр һәм шул уҡ күләмдә тоҙ кәрәк. Укроп, петрушка, хуш еҫле борос, лавр япрағын тәменә ҡарап ҡушырға мөмкин.
Барлыҡ йәшелсәләрҙе оҙонса турарға. Помидор, һуған, боросто ваҡларға. Кишер һәм сөгөлдөрҙө ит тартҡыстан үткәрергә. Йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, көнбағыш майы, шәкәр, тоҙ өҫтәргә. Кәстрүлде утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарырға һәм 40-45 минут бешерергә. Тәмләткестәрҙе ҡушып, тағы аҙаҡ бешерергә.
Әҙер борщты банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябып, баш түбән әйләндереп, йылы одеял менән ҡаплап ҡуйырға. Бер тәүлектән һуң һалҡын урынға ултыртырға.