Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Август 2020, 22:00

Ҡара нөктә?

Аҡыл эйәһе уҡыусыларын йыйып алған да кескәй генә ҡара нөктә төшөрөлгән аҡ ҡағыҙҙы күрһәткән. - Бында нимә күрәһегеҙ? – тип һораған. - Ҡара нөктә!.. – тип ҡысҡырған уҡыусылары бер тауыштан. Яуап аҡыл эйәһенә оҡшамаған.

Аҡыл эйәһе уҡыусыларын йыйып алған да кескәй генә ҡара нөктә төшөрөлгән аҡ ҡағыҙҙы күрһәткән.
- Бында нимә күрәһегеҙ? – тип һораған.
- Ҡара нөктә!.. – тип ҡысҡырған уҡыусылары бер тауыштан.
Яуап аҡыл эйәһенә оҡшамаған.
- Һеҙ иң беренсе аҡ ҡағыҙҙы күрмәйһегеҙме ни? Ул бит нөктәгә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ! – тип аптыраған.
...Тормошта ла шулай. Йыш ҡына беҙ кешеләрҙә, тәү сиратта, ниндәйҙер насар нәмәне күрәбеҙ. Булмаһа, эҙләйбеҙ. Тапмаһаҡ, уйлап сығарабыҙ.
Читайте нас: