Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Август 2020, 02:05

Иң тәмле һуттарҙың береһе!

Уны әҙерләү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. 3 литрлыҡ банка иҫәбенә һөйәктәренән таҙартылған абрикос (500 гр), 4 тәгәрмәс апельсин, 2 тәгәрмәс лимон һәм 250 гр шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

Таҙа итеп йыуылған һәм стерилләнгән банкаға абрикос, апельсин, лимонды һалабыҙ. Уларҙың өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм ҡапҡасын бороп ябабыҙ. Банканы әйләндереп ҡуйып, өҫтөн йылы юрғандар менән ҡаплап, һыуынғанын көтөргә ҡала. Шуның менән телеңде йоторлоҡ һут әҙер! Берҙе генә лә түгел, ошолай итеп күберәк банка һут ябырға кәңәш итәбеҙ. Тәмле булһын ашығыҙ!
Читайте нас: