Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Август 2020, 09:40

Грипптан дауа

Ваҡыт үтеп бара, мин һаман ошо яҙманы ҡуйырға форсат тапмай бер булдым. Рим Ахмедовтың рецебы ул. Уныңса, был төнәтмәне грипп менән сирләп киткән көндө ҡулланған кеше иртәгеһенә һау була, һуңлаңҡырағандар - еңел үткәрә.

Әлфиә НӨГӨШ
Грипптан дарыу
Ваҡыт үтеп бара, мин һаман ошо яҙманы ҡуйырға форсат тапмай бер булдым. Рим Ахмедовтың рецебы ул. Уныңса, был төнәтмәне грипп менән сирләп киткән көндө ҡулланған кеше иртәгеһенә һау була, һуңлаңҡырағандар - еңел үткәрә. Әле кәрәкле үләндәрҙе йыйыуҙың, үҙебеҙсә әйткәндә, " самый" ғына ваҡыты. Ошо көндәрҙә "лабазник вязолистный" - еркәүек йыябыҙ һәм киптерәбеҙ. Кипкәс, быяла банкала ябып һаҡлайбыҙ. Ул йылға , туғай буйҙарында ла, башҡа асыҡ ерҙәрҙә лә күпләп үҫә.
Икенсе ингридиент - ул " календула", тырнаҡ гөл. Уның сәскәләрен йыйып алабыҙ ҙа, банканың яртыһына тиклем тултырабыҙ, өҫтөнә араҡы ҡоябыҙ. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һығып алабыҙ. Настойка әҙер. Ул борон бик таралған көслө ағыуҙың көсө менән тиңләшә, тик организмды ағыуламай, ә микробтар, вирустарҙы юҡ итеү һәләте шулай уҡ.
Хәҙер грипптан, герпестан дарыу әҙерләргә лә була. Бының өсөн стакандың яртыһына кипкән еркәүекте ваҡлап һалабыҙ, өҫтөнә 200 мл ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп өҫтөн ябабыҙ һәм 12 сәғәт төнәтәбеҙ. Төнгөлөккә ҡуйһаҡ, иртән өҫтөнә 50 мл. үҙебеҙ яһаған тырнаҡ гөл настойкаһын ҡоябыҙ һәм тағы ике сәғәт тотабыҙ ҙа, марля аша һығабыҙ. Грипптан төнәтмә әҙер. Профилактика өсөн ярты балҡалағы төнәтмә көнөнә өс тапҡыр эселә, сирләп киткәндә - бер балҡалағы өс тапҡыр.
Аптеканан алынған календула настойкаһының эффекты көслө түгел, үҙегеҙ яһарға тырышығыҙ. Барыһын да тәфсирләп яҙҙым, зинһар, һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәгеҙ. Интернетта мәғлүмәт күп. Яһалған төнәтмәне һыуытҡыста һаҡлағыҙ, тышына яҙырға онотмағыҙ. Сөнки лабазник - еркәүектә салицилаттар күп.
Фотола - еркәүек.
Врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Читайте нас: