Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Август 2020, 01:10

Йәшелсәнән ассорти

Йәшелсәләр менән тултырылған банкаларға һыу ҡоябыҙ. 10 минуттан һуң һыуҙы кире түгәбеҙ һәм ҡабаттан ҡайнатабыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡан арала һәр банкаға 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы уксус өҫтәп сығабыҙ. Ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, банкаларҙың ҡапҡасын ябабыҙ. Баш түбән ултыртып, төрөп ҡуябыҙ. Рецепты сайттан уҡығыҙ.

3 литрлыҡ стерилләнгән банкалар төбөнә хрен, укроп, ярымбалдаҡлап туралған һуғанды һалабыҙ. Унан помидор, ҡыяр, татлы борос, алдан 5-10 минут тирәһе бешереп алынған кукурузды, әсе боросто теҙеп сығабыҙ. Иң өҫкә һарымһаҡ һалыр кәрәк.
Йәшелсәләр менән тултырылған банкаларға һыу ҡоябыҙ. 10 минуттан һуң һыуҙы кире түгәбеҙ һәм ҡабаттан ҡайнатабыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡан арала һәр банкаға 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы уксус өҫтәп сығабыҙ. Ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, банкаларҙың ҡапҡасын ябабыҙ. Баш түбән ултыртып, төрөп ҡуябыҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
Фото ирекле сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: