Һаҡмар
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Июль 2020, 14:25

Ҡыярҙан турама

Әле баҡсалараҙа ҡыярҙарың шашып өлгөрә башлаған ваҡыты. Һеҙҙең менән үҙебеҙ яратып эшләгән ҡыяр тоҙлау, унан турама эшләү серҙәре менән бүлешкебеҙ килә. Уның өсөн өлгөрөп, артыҡ ҙурайып киткән ҡыярҙар ҙа бара. Бәлки, уны күптәр беләлер ҙә.

Әле баҡсалараҙа ҡыярҙарың шашып өлгөрә башлаған ваҡыты. Һеҙгә лә үҙебеҙҙең ҡыяр тоҙлау, унан турама эшләү серҙәре менән бүлешкебеҙ килә. Уның өсөн өлгөрөп, артыҡ ҙурайып киткән ҡыярҙар ҙа бара. Бәлки, уны күптәр беләлер ҙә.

Уның өсөн:
- 2 кг ҡыяр
- һарымһаҡ 150 грамм
- һуған 150 грамм
- тоҙ 50 грамм
- шәкәр ҡомо 150 грамм
- аш һеркәһе (9%) - 100 грамм
- укроп, петрушка


Ҡыярҙарҙы түңәрәкләп турап, һуғанды ла йоҡаҡ ҡына итеп түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Һарымһаҡты эре ҡырғыс аша ҡырып, ваҡ итеп укроп һәм петрушкны турайбыҙ. Кем укроп һәм петрушка яратмай, уларҙы һалмаҫҡа ла мөмкин. Бөтәһен дә ҙур табаҡта һалып, тоҙ, шәкәр ҡомо һәм аш һеркәһе һалып болғарға ла 10-12 сәғәткә ҡапҡасын ябып, ултыртып ҡуйырға. Артабан индены турама ашарға ла мөмкин. Уларҙы банкаларға һалып ҡышҡылыҡҡа ла һаҡларға була.
Шуныһы яҡшы, банкаларҙы стерилизовать итеү кәрәкмәй, тимер ҡапҡастарҙы ғына стерилизовать итеү ҙә етә.
Читайте нас в