Ҡомалаҡтың иң файҙалы өлөшө - сәскәһе. Боронғо заманда уҡ әле тибет медицинаһында уның сәскәһен яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланғандар. Шулай уҡ ҡомалаҡ тубырсыҡтары халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Уны элек-электән нервылар системаһы ҡаҡшағанда, невроздан,
йоҡоһоҙлоҡтан, гастрит, цистит, уретрит, бөйөр лаҡаны ауырыуҙарынан, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу сараһы булараҡ файҙаланғандар. Уны баш ауырыуҙарынан, баш әйләнгәндә, үпкә туберкулезынан, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, киҙеүҙән дә ҡулланырға була. Йоҡоһоҙлоҡ менән йонсоғанда ҡомалаҡтан мендәр эшләйҙәр. Был шулай уҡ баш ауыртыуын баҫа.
Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе. 2 ҡалаҡ ҡомалаҡ тубырсығын 0,5 л. ҡайнар һыуға һалырға, һыу быуында 15 минут тоторға, унан һуң 30 - 40 минут төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан эсергә.
Астения, климакс, цистит. 2 балғалаҡ үләнгә (яңы тубырсыҡтар булһа, тағы ла яҡшыраҡ) бер стакан һыу ҡойоп, 30 -40 минут йылы урынға төнәтергә ҡуйырға. Көнөнә 3 тапҡыр, ашарҙан ярты сәғәт алда, 1/3 стакан эсергә.
Аллергия. 1 ҡалаҡ тубырсыҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, ҡайнар һыу быуында 15 минут тоторға. Һыуытырға, һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан стакандың 4/1 өлөшөн эсергә. Шул уҡ төнәтмәне тәндең сабыртып сыҡҡан ерҙәренә һөртөргә була.
Холецистит. 2 ҡалаҡ тубырсыҡҡа стакан ярым ҡайнар һыу ҡойорға, ҡапҡас менән ябырға һәм 3 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 4 тапҡыр 1 стакан эсергә.
Ашҡаҙан, бауыр яман шеше. 1 ҡалаҡ бешеп етмәгән тубырсыҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һүрән утта бешекләргә. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 1 ҡалаҡ ҡабул итергә.
Бауыр һәм башҡа локализациялы яман шештәр. 1 ҡалаҡ ҡомалаҡ сәскәһен бер стакан ҡайнар һыу һалып, 1 минут ҡайнатырға, 2 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 50 - 60 мл. ҡабул итергә.
("Башҡортса дини календарь - 2014")