Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Июль 2020, 15:42

Ғүмерҙе оҙайта торған рецепт

#Һаҡмар_кәңәш_итәБыл дауаланыу курсы кинәт кенә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмды май ҡатламдарынан, эзбис ултырмаларынан таҙарта. Бынан һуң барлыҡ тамырҙар, айырыуса ҡан тамырҙары, һығылмалы булып ҡала. Ә был, үҙ сиратында, склероз, инсульт, стенокардия, инфаркт, гипертония, баш шаулауынан, күреү һәләтен арттыра, организмды йәшәртә. Был рецепҡа Юнеско экспедицияһы 1971 йылда Тибет моностырҙарында барып юлыға. Беҙҙең эраға тиклем балсыҡ таҡталарға яҙып ҡалдырылған булған. Әле ул донъяның барлыҡ телдәренә лә тәржемә ителгән. Уның өсөн 100-әр гр аҡ сәскә (ромашка), һары мәтрүшкә, шиңмәҫгөл (бессмертник), ҡайын бөрөһө кәрәк була.

100-әр гр аҡ сәскә (ромашка), һары мәтрүшкә, шиңмәҫгөл (бессмертник), ҡайын бөрөһөн онтап, фарфор йә быяла һауытҡа һалабыҙ.
Кис 1 ш ҡалаһы ҡатнашманы ярты литр ҡайнар һыуға һалып, 20 минут төнәтәбеҙ. Унан туҡыма аша һөҙөп алабыҙ. Бер стакан ҡайнар төнәтмәгә 1 балғалаҡ бал һалып болғатабыҙ. Киске аштан һуң уны эсер кәрәк. Шуныһы, төнәтмәне эскәндән һуң бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай.
Иртәнсәк ҡалған шыйыҡсаны парҙа эҫетеп, шулай уҡ бал менән болғатып эсәбеҙ.
Был эсемлекте әҙерләгән үлән ҡатнашмаһы бөткәнсе көн дә эшләп эсер кәрәк.
Бындай дауаланыу курсын 5 (!) йылдан һуң ғына ҡабатларға була.
Был дауаланыу курсы кинәт кенә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмды май ҡатламдарынан, эзбис ултырмаларынан таҙарта. Бынан һуң барлыҡ тамырҙар, айырыуса ҡан тамырҙары, һығылмалы булып ҡала. Ә был, үҙ сиратында, склероз, инсульт, стенокардия, инфаркт, гипертония, баш шаулауынан, күреү һәләтен арттыра, организмды йәшәртә.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото һәм рецепт https://vk.com/wall-28613476_166318?hash=abe0b78bdb672f7879 сайтынан алынды.
Читайте нас: