Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Июль 2020, 12:30

Теш пастаһын бөжәк тешләгән урынға һөрт!

Теш пастаһын теш йыуыу өсөн генә ҡулланалар, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Уны бөжәк тешләгән, ҡырҡылған, күберсегән урынға һөртәләр. Янған урынға һөртһәң, ауыртыуын баҫа. Тағы ла күберәк үҙенсәлектәрен сайттан уҡығыҙ.

1. Бөжәк тешләгән, ҡырҡылған һәм күберсегән урындың ярһыуын баҫа.
2. Янған урындың ауыртыуын баҫа.
3. Тиренең етлекмәгән урынын йәшерергә ярҙам итә. Угри сыҡҡан урынға һыдарға мөмкин.
4. Ҡул тырнаҡтарын ялтырағансы таҙартыға ярҙам итә.
5. Гель теш пастаһы - сәс өсөн гелды алыштыра. Һис икеләнмәй уны сәсегеҙгә һөртә алаһығыҙ.
6. Һарымһаҡ, балыҡ, һуған еҫенән ҡотолоуы ҡыйын. Ә бына теш пастаһы уны "һә" тигәнсе юҡ итә.
7. Кейемегеҙҙә һәм балаҫта тап барлыҡҡа килдеме? Теш пастаһы һөртһәгеҙ, уңырһығыҙ.
8. Бысраҡ аяҡ кейемен дә теш пастаһы рәткә килтерер.
9. Стенаға балалар ҡәләм йә фломастер менән һүрәт төшөрһә, уны ла теш пастаһы ярҙамында таҙартып була.
10. Көмөш биҙәүестәрен дә теш пастиаһы менән таҙартып була.
11. Компьютер өсөн дискылар сыйылып бөттөмө? Бошонмағыҙ, бында теш пастаһы ярҙамға килер.
12. Инструменттарҙың клавиатураларын да теш пастаһы менән таҙартһағыҙ, һис үкенмәҫһегеҙ.
13. Бәпесте ашатҡан шешә еҫләнһә лә, теш пастаһы менән йыуығыҙ. Еҫте бөтөрөр.
14. Тимер һәм сөгөн һауыт-һабаларҙы ла теш пастаһы менән таҙартығыҙ.
15. Йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән күҙлектәр тирләп аптыратамы? Теш пастаһы менән ышҡығыҙ.
Читайте нас: