Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Июль 2020, 11:35
Глобус салаты
#Һаҡмар_салаттар Шартламай торған был салатты эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Улайһа, бына һеҙгә бер рецепты тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн һеҙгә һуған, кишер, баклажан, татлы борос, помидор ғына кәрәк буласаҡ. Шартламаһын өсөн пропорциянан ситләшмәҫ кәрәк.
Ингредиенттары:
* 0,5 кг һуған
* 0,5 кг кишер
* 1 кг баклажан
* 1 кг татлы борос
* 2 кг помидор
* 1 аш ҡалағы шәкәр
* 1 аш ҡалағы тоҙ
* 6%-лы 100 гр аш һеркәһе (әсерәкте яратҡандар өсөн 9%)
* 200 гр үҫемлек майы
Әҙерлек барышы:
Йәшелсәләрҙе эре итеп турар кәрәк, кишер һәм һуғанды йыуан балдаҡлап, баклажанды йыуан ярымбалдаҡлап, помидорҙы киҫәкләп (помидорҙы иң өҫкә һалыр кәрәк, улар һут бирергә тейеш).
Ҡаҙанға үрҙә һаналып үтелгән йәшелсәләрҙе эҙмә-эҙлекле итеп бер-бер артлы һалыр кәрәк. Һәм... уны болғатырға ярамай. Талғын утта 35-40 минут ҡайнатыр кәрәк.
Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын ябыр кәрәк. Төрөп ҡуйыу кәрәкмәҫ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Фото
https://vk.com/vkus_gotovim
сайтынан алынды.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи