Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Июнь 2020, 21:46

Еңел генә бешерә торған бәлеш

#Һаҡмар_рецептарҠайһы саҡ ҡабыланғанда нимә бешерергә белмәй аптыранаһың. Тап шундай мәлдәрҙә тәмле лә, еңел дә булған "ялҡауҙар" бәлеше ярҙамға килә лә инде. Тап шундайҙарҙың береһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Ингредиенттары:* 2 йомортҡа (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Ҡайһы саҡ ҡабыланғанда нимә бешерергә белмәй аптыранаһың. Тап шундай мәлдәрҙә тәмле лә, еңел дә булған "ялҡауҙар" бәлеше ярҙамға килә лә инде. Тап шундайҙарҙың береһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Ингредиенттары:

* 2 йомортҡа
* 1 стакан кефир
* 0.5 балғалаҡ сода
* 1 стакан он
* 0,5 балғалаҡ тоҙ
* 250 гр ҡаты сыр
* 200 гр сосиска (ветчина, колбаса)
*тәменә ҡарап йәшелсә (укроп, һуған һ.б.)

2 йомортҡаны тоҙ һалып туҡырға. Кефирға сода һалып, уның һүнгәнен көтәбеҙ. Унан туҡылған йомортҡа менән ҡушабыҙ. Он өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер ҡамыр оладьи ҡамыры ҡуйылығында булырға тейеш.
Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ. Сосисканы (ветчина, колбаса) киҫәкләп турайбыҙ. Барыһын бергә ҡамырға ҡушып бутайбыҙ.
Таба эсенә аҡ май һөртәбеҙ ҙә киптерелгән икмәк онтағы йә манный ярмаһы һибәбеҙ. "Бәлеште" һалып, һаҡ ҡына ҡалаҡ менән тигеҙләп йәйәбеҙ.
200 градус эҫелектәге духовкала 25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Фото интернет селтәренән алынды
Читайте нас: