Арпа ярмаһының иң тәмлеһе ауыл мейесендә бешкәне икәне бер кемгә лә сер түгел. Әле ныҡ һыуынып өлгөрмәгән мейескә һыу, май, тоҙ, бер аҙ ит һалып төнәтергә ултыртыр кәрәк. Ит ниндәй генә майлы булмаһын, бер аҙ үҫемлек майы ҡушыр кәрәк. Шул саҡта арпа етен кеүек була.