Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Июнь 2020, 17:34

Баҡсала еләктәрегеҙ бештеме, әхирәттәр?

Әйҙәгеҙ бергәләп еләктең үҙен ҡайнатмай ғына, ҡайнатма әҙерләйек. Бының өсөн кәрәк буласаҡ:

Баҡсалағы еләктәрегеҙ бештеме, әхирәттәр? Әйҙәгеҙ бергәләп еләктең үҙен ҡайнатмай ғына, ҡайнатма әҙерләйек. Бының өсөн кәрәк буласаҡ: еләк - 2 кг, 1 кг шәкәр, 0,5 стакан һыу.
Ҡайнатма өсөн бешкән, әллә ни ҙур булмаған еләктәр алына. Уларҙы таҙартып, аҡҡан һыу аҫтында йыуып, иләк аша һарҡытабыҙ. Икенсе һауытта сироп әҙерләйбеҙ: 0,5 стакан һыуға 1 кг шәкәр өҫтәйбеҙ һәм ҡайнатырға ҡуябыҙ. 5-7 минут тирәһе сироп ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк. Әҙерлеген тикшереү өсөн ҡалаҡ осона бер аҙ сироп алырға ла өрөп ҡарарға кәрәк: сироп тиҙ генә ҡата башлаһа, ул әҙер тигән һүҙ. Еләк өҫтөнә ҡайнар сиропты ҡойорға ла ҡапҡас менән ябып, һыуытырға кәрәк. Еләк һут биреп, сироп шыйығая. Һыуынғас, иләккә һалып, һутын һарҡытып алабыҙ, һәм сиропты яңынан 5-7 минут тирәһе ҡайнатып алабыҙ. Ҡайнар сиропты йәнә еләккә ҡоябыҙ. Тулыһынса һыуытабыҙ. Һәм тағы ла бер тапҡыр был процедураны ҡабатлайбыҙ. Сироп ҡуйыраҡ булһын тиһәгеҙ, күберәк шәкәр өҫтәгеҙ һәм яҡшылап ҡайнатығыҙ. Өсөнсө тапҡырҙан һуң стерилләнгән банкаларға һалынған еләккә сироп ҡойоп, ҡапҡасын ябырға ла юрған менән ҡаплап һыуынғанын көтөргә.
Шулай итеп, еләк үҙе бер ҙә ҡайнатылмай, бары сироп ҡына 3-4 тапҡыр ҡайнатыла.
Бик тәмле һәм хуш еҫле ҡайнатма әҙер!
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: