Һаҡмар
+14 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Файҙалы кәңәштәр
16 Июня 2020, 10:22
Серәкәйҙән ҡотолоп буламы?
Быйыл ысынлап та серәкәйҙәр күп. Уларҙан һаҡланыуҙың бер нисә сараһын тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ нисек уларҙан ҡотолаһығыҙ?
Йылынып боҫ, еҫ сығарған йөҙ грамлыҡ камфара һәм валерьянка ҙур ғына бина эсендәге серәкәй һәм себендәрҙе өшкөртөр.
• Миләш йә муйыл ағасы япрағы менән асыҡ тәнегеҙҙе ышҡып һөртһәгеҙ, был бөжәк һеҙгә яҡынлай һалмаҫ.
• Ҡәнәфер, базилика, әнис, эвкалипттың эфир майҙары менән асыҡ тәнегеҙҙе һылағыҙ (бер стаканға 5-10 тамсы май) йә иһә йылы табаға ҡойоғоҙ. Мамыҡты манып, тәҙрә төбөнә һалып ҡуйыу ҙа файҙалы.
• Бүре емешенең яңы ботаҡтарын бүлмәгә ҡуйыу ҙа серәкәйҙе ҡыуа.
• Тәбиғәт ҡосағында тыныс ҡына ултырырға теләһәгеҙ, усаҡҡа артыш ботаҡтары ташлағыҙ.
• Кедр майының еҫе серәкәйҙәрҙе генә түгел, себен һәм тараҡандарҙы ла ҡурҡытыр.
• Әрем тамыры төнәтмәһе менән йыуынһағыҙ (1,5 литр ҡайнар һыуҙа әрем тамырын 20-30 минут тотоп алырға), битегеҙгә серәкәй ҡунмаҫ.
• Магазиндан алынған электр фумигаторығыҙ бушап ҡалһа, уны ташларға ашыҡмағыҙ. Эсенә 100 процентлы эвкалипт ҡойоғоҙ ҙа ҡулланығыҙ.
#природа@i_bashkirka
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"