Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Июнь 2020, 20:10

Файҙалы кәңәштәр, йәки картуф тиҙерәк бешһен, тәҙрәләр тирләмәһен өсөн нимә эшләргә?

Һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаға аш һеркәһе өҫтәп алһағыҙ, өйҙәге бар бысраҡты бөтөргән универсаль таҙартҡысығыҙ булыр. Бындай эмульсия махсус көнкүреш химияһын һатып алыуҙан ҡотҡарыр. Тәҙрәләрҙә бер юлаҡ ҡалдырмай йыуыу – еңел эш түгел. Был осраҡта һеҙгә кахмал ярҙамғи килер. Бер литр ыуға бер аш ҡалағы крахмал алына. Ошо эмульсия менән тәҙрәгеҙҙе ышҡып алығыҙ. Унан бысраҡты һәм крахмалды еүеш сепрәк менән йыуып төшөрөп, киптергәнсе һөртөгөҙ.

Һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаға аш һеркәһе өҫтәп алһағыҙ, өйҙәге бар бысраҡты бөтөргән универсаль таҙартҡысығыҙ булыр. Бындай эмульсия махсус көнкүреш химияһын һатып алыуҙан ҡотҡарыр.

Тәҙрәләрҙә бер юлаҡ ҡалдырмай йыуыу – еңел эш түгел. Был осраҡта һеҙгә кахмал ярҙамғи килер. Бер литр ыуға бер аш ҡалағы крахмал алына. Ошо эмульсия менән тәҙрәгеҙҙе ышҡып алығыҙ. Унан бысраҡты һәм крахмалды еүеш сепрәк менән йыуып төшөрөп, киптергәнсе һөртөгөҙ.

Тәҙрәләрегеҙ тирләһә уны глицерин һәм спирттың ҡушылмаһы менән һөртөгөҙ. Был эмульсия тәҙрәләрегеҙҙе бысраныуҙан да һаҡлар.

Кухня таҫтамалдары таҙарһын өсөн уны кер йыуыу машинаһына һалыр алдынан аш һеркәһендә ебетеп алығыҙ.

Йомшаҡ мебель бар бысраҡты һәм алама еҫте һеңдереүсән була. Унан ҡотолоу өсөн пульверизаторға әҙерәк араҡы ҡойоғоҙ һәм шуны йыһазға һиптереп сығығыҙ. Кипкәс бар еҫ юғалыр.

Көҙгөнө таҙартыу өсөн уның өҫтөнән уртаға бүленгән сей картуф менән йөрөтөп сығығыҙ. Артабан һалҡын һыу менән йыуып, киптергәнсе һөртөгөҙ. Был ысул көҙгөләрҙе яңыртып ебәрер.

Кәстрүлдәге картуф тиҙерәк бешһен өсөн уға әҙерәк аҡ май өҫтәгеҙ.

Һыу аяҡ кейемен тиҙерәк киптереү өсөн табала тоҙҙо ҡыҙҙырып, уны ойоҡбаш эсенә һалып, туфли-итектәрегеҙгә һалығыҙ. Ямғырлы көндәрҙә был ысул бик яҙам итә.

Сырҙы еңел ҡырыу өсөн тәүҙә ҡырғысҡа үҫемлек майы һөртөгөҙ.һөҙөмтәлә, сыр йәбешеп тормаҫ, ҡырғысығыҙ ҙа еңел йыуылыр.

Кухнялағы алама еҫте бөтөрөү өсөн табала бер аш ҡалағы уксусты парланып бөткәнсе ҡайнатығыҙ. Бер еҫ ҡалмаҫ.

Велосипедта яланаяҡ йөрөргә яратаһығыҙмы? Педалдәренә һауыт-һаба йыуған губкаларҙы йәбештереп ҡуйығыҙ. Аяҡтарығыҙ өсөн бик уңайлы буласаҡ.

Раковинала һыу насар китә башлаһа уның эсенә ярты стакан сода һәм ярты стакан аш һеркәһе ҡойоғоҙ.

Йомортҡа еңел әрселһен өсөн уны бешергән һыуға әҙерәк сода өҫтәгеҙ.

Сүп-сар һауытынан йыш ҡына алама еҫ сыға башлай. Был айырыуса емеш-еләк, йәшелсә миҙгелендә була. Шуға күрә сүп-сар моҡсайын алмаштырыу менән уның төбөнә тәүҙә гәзит түшәгеҙ. Был биҙрәгеҙҙе алама еҫтән һаҡлар.

Ҡулығыҙға супер клей йәбешһә, уны вазелин менән һөртөп бөтөрөгөҙ.

Телефондағы будильникты ишетмәй йоҡлап ҡалыуҙан ҡурҡаһығыҙмы? Бының өсөн уны буш һәм ҡоро стакан эсенә һалып ятығыҙ. Бындай тауыштан мотлаҡ уянасаҡһығыҙ.

Нимәнелер буяғанда кисточкала артыҡ буяҡ ҡалмаһын өсөн, уның банкаһына арҡыры итеп сәс резинкаһын ҡуйығыҙ. Был һеҙгә буяҡты түкмәй-сәсмәй ҡулланырға ярҙам итер.

Читайте нас: