Минераль ашламалар индергән һайын уның тупрағын йомшартырға онотмағыҙ. Әгәр инде һарымһаҡ һабағы йәм-йәшел икән, тимәк, үҫемлектәр менән проблема юҡ. Әйткәндәй, һабағына ҡарап, һарымһаҡтың башының ҙурлығын да билдәләргә мөмкин. Ул ни тиклем ҙур һәм матур икән, төбө лә ҙур, тигәнде аңлата.