Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Май 2020, 02:32

Бит тиреһен йәшәртер маска

Бит тиреһен йәш һәм матур итеп һаҡлау өсөн салондарға барыу мотлаҡ түгел. Өйҙә лә быны эшләп була. Өс төрлө рецепты беҙҙең сайттан уҡығыҙ.

1. Бит тиреһен шымартыу өсөн һеҙгә ни бары 1 балғалаҡ крахмал һәм банан кәрәк була. Банандә иҙәбеҙ һәм крахмал менән бутайбыҙ. Биткә һәм декольте урындарына һылап, 20-25 минут тирәһе көтәбеҙ.
2. Бит тиреһен сафландырып, тон бирһен өсөн ни бары 1 лимондың һуты етә. 1 балғалаҡ бал һәм 1 аш ҡалағы аҡ балсыҡты лимон һуты менән бутап, 20 минутҡа биткә һөртәң. Бынан тыш балсыҡ бит тиреһен тарттыра, антибактерия эффекты бирә, шештәрҙе, һыҙлауыҡтарҙы кәметә. Ҡыҙарған урындар, бәләкәй деффекттарҙы бөтөрә.
3. Һеҙгә тәҡдим итә торған маска йөҙҙән арыу һыҙаттарын бөтөрә. 1 йомортҡа ағын 1 балғалаҡ балалар өсөн булған тальк (присыпка тиҙәр), лимон һуты һәм 1 тамсы ментол майы менән бутайбыҙ.
Был маскаларҙы 3-4 көн арауығы менән эшләгеҙ.
Читайте нас в