Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Май 2020, 16:20

Ҡарағатҡа күрше һайлайыҡ

Ҡара ҡарағатты яратмаған кеше һирәктер. Ә бына тәү ҡарамаҡҡа зыянһыҙ ғына күренгән был культура абрикосҡа сәскә атырға ҡамасаулай, ҡыҙыл ҡарағат менән крыжовникты емешһеҙ ҡалдыра, груша менән һырғанаҡ минераль матдәләр өсөн көрәш башлай. Айыу баланы, слива, һуған һәм һарымһаҡ ҡара ҡарағат өсөн шәп "күршеләр". Туларыҡ сайттан уҡығыҙ!

Бар үҫемлектәр ҙә бер-береһе менән яҡшы күрше була алмай. Ҡарағат айырыуса күршеләренә талапсан. Күптәрҙе үҙ итмәй. Әйҙәгеҙ, ҡарап үтәйек.
Ҡыҙыл ҡарағат менән ҡара ҡарағатты бергә ултыртырға ярамай. Сөнки уларҙың тәүгеһе ҡояшлы урынды яратһа, икенсеһе күләгәле урынды үҙ итә.
Ҡурай еләге тамырын киң йәйеүсе ҡыуаҡ булараҡ билдәле. Уның янында үҫкән ҡарағатҡа иркенләп үҫер өсөн урын ҡалмаясаҡ. Һөҙөмтәлә һулып, кибеүе ихтимал.
КРЫЖОВНИК та ҡара ҡарағат менән күрше була алмай. Улар өсөн ҡоротҡос булған күбәләктәр тиҙ арала үрсеп, баҡсағыҙҙы баҫып алыр. Ә бына крыжовникты ҡыҙыл ҡарағат менән бергә ултыртыу - хәүефһеҙ.
Ҡара ҡарағат һырғанаҡ (облепиха) менән дә бергә үрсей алмай. Улар араһында тупраҡтағы минераль матдәләр өсөн көрәш башланасаҡ.
Ә бына ҡара ҡарағат менән сейә йә черешняны бергә ултыртһаң, ҡарағаттың ҡара емештәре бешер ул, тик ал төҫтәге емештәр (черешня, сейә) бөтөнләй булмауы ихтимал.
Абрикос кеүек көслө ағас культураһы ла ҡарағат янында үҙен иркен тоя алмай. Был ҡарағаттың башҡа төрҙәренә лә ҡағыла. Абрикос бөтиөнләй сәскә ата алмай, атҡан хәлдә лә емеш бирмәй.
Хатта әрһеҙ үҫкән бөтнөк тә ҡара ҡарағат янында тупраҡтан етерлек туҡлыҡлы матдәләр ала алмай юҡҡа сыға.
Груша менән ҡарағатты бергә ултыртһаң, улар икәү араһында көрәш башлана. Был алышта береһе генә еңеп сыға.
Артыш (можжевельник) янында ҡара ҡарағатты бәшмәк ауырыуҙары, тут баҫа.
Ни эшләргә? Ҡара ҡарағаттан баш тартырға теләк юҡ бит!
Яуап бар: күршеләре араһында кәм тигәндә 2 метр алыҫлыҡ булырға тейеш.
Шулай уҡ, ҡара ҡарағаттың күршеләр менән "һыйыша алмауын" хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Тиҙ генә күбәйеүен күҙ уңында тотоп, был культураны ваҡытында ҡырҡып барырға онотмағыҙ.
Ҡыҙыл ҡарағат ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда зыянһыҙыраҡ. Уның тамыр системаһы урта тәрәнлектә. Тамыры өҫтәрәк урынлашҡан культуралар менән ул "һыйышып" йәшәй.
Шулай ҙа ҡара ҡарағат менән һәйбәт һыйышҡан культура ла бар. Ул - айыу баланы (жимолость). Бергә-бергә күрше булып мул уңыш бирәсәктәр.
Шулай уҡ ҡара ҡарағат янына өй ҡомалағын ултыртырға ярай. Слива менән дә ҡара ҡарағат "татыу күршеләр".
Ә бына алтын төҫөндәге ҡарағат менән ҡара ҡарағатты "күрше итеүҙән" тыйылығыҙ.
Ваҡ культураларға килгәндә, ҡара ҡарағат янына һарымһаҡ менән һуған ултыртырға ярай. Тупраҡ талпаны һуғанды өнәп етмәй. Хатта ҡышҡылыҡҡа һуғандың бер өлөшөн ҡалдырырға кәңәш ителә.
Ошо еңел булмаған кәңәштәрҙе тотһағыҙ, һис шикһеҙ, мул уңыш алырһығыҙ!
Уңыштар һеҙгә, баҡсасылар!
Читайте нас: