Кишер сәстегеҙме? Үҫентеләре күренгәнсе уға йыш һыу ҡойоғоҙ! Үҫентеләре күрендеме? Ул саҡта (ныҡ ҡоро көндәрҙе иҫәпкә алмағанда) 12-15 көндауамында һыу ҡоймағыҙ. Был кишерҙең тамырына тәрәнерәк һуҙылырға ярҙам итә.
Гәрсисте борсаҡ янына сәсһәгеҙ, уңышты ике тапҡырға күберәк алырһығыҙ!
Укроп ҡояшлы урынды ярата. Ҡояшта үҫкәндә уның еҫе көслөрәк була. Укроп үҫкән тупраҡҡа көл һәм избес һибергә ярамай.
Тыква һутлы булһын тиһәгеҙ, һабағын тупраҡ менән күмегеҙ, тамыр йәйһен.
Ҡабаҡ культуралары үҫентеләрен (ҡыяр, патиссон, ҡабаҡ, тыква) ошолай үҫтереү мөмкинлеге бар: кәҫте шаҡмаҡлап ҡырҡығыҙ (10*12 см), тамыры менән аҫҡа ҡаратып әйләндереп һалығыҙ ҙа, тишеп, эсенә орлоҡ төшөрөгөҙ.
Фасоль, борсаҡ, һуған, һарымһаҡ кеүек культураларҙы кесерткән төнәтмәһе менән туҡландырығыҙ.
Үҫентене көн дә башынан 1-2 минут һыйпап торһаң, буйға үҫмәй. Ҡағылған саҡта этилен бүленеп сыға. Ә был, үҙ сиратында, был буйға үҫтермәй.
Кесерткән ауырыуҙарҙан сыныҡтыра. Шуға ла түтәлдәр араһына кесерткән һалып сығырға кәрәк.
Гәрсистән эшләнгән сидерат тупраҡты фосфор һәм сера менән туҡландыра, медведка менән прволкалы бөжәктәрҙән таҙарта.
Һуғанды лауҙған йылда гәрсис үҫкән урынға ултыртыр кәрәк. Һәйбәтерәк үҫер.
Репеллент үҫемлектәр - улар люпин, чистотел, настурция, календула, бархатцы, һуған, калуфер, пижма, әсе әрем.
Ер еләгенә ылыҫы үҫемлектәрҙән мульча йәйелә. Был еләк тәмен яҡшырта, серетмәй, бөжәктәрҙән һаҡлай.
Ҡапыл һыуытҡандан һуң үҫемлектәргә һуған ҡабығы төнәтмәһен һиптертер кәрәк. 10 литр һыуға ярты литрлыҡ банка менән һуған ҡабығы һалына. Ҡайнап сыҡҡас, 12 сәғәт төнәтелә. Һиптерер алдынан 2/10 кимәлдә һыу менән болғатыла.
Уңышты мул алыр өсөн һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе "эйәләтер" кәрәк. Бының өсөн алһыу һәм аҡ туҡранбаш (клевер), һоло, , Для этого высеивают розовый и белый клевер, овсяницу, бажат (мятлик) сәселә.
Бөжәктәрҙе шулай уҡ аҡ гәрсен сәскәһе менән кишер сәскәһе лә ылыҡтыра.
Ремонтант сортлы еләктең йәйҙең икенсе яртыһында ла еләк биреүен теләһәгеҙ, яҙғы сәскә һабағын һындырығыҙ.
Ҡыяр өсөн яҡшы күрше ролен укроп үтәй.
Картуф һәм томатты фитофтороздан янында үҫкән сөгөлдөр һаҡлай.
Яңы ултыртылған кәбеҫтә янына кесерткән һабағын ҡаҙап сыҡҡанда, ул тиҙерәк үҫә.
Кәбеҫтә күбәләгенән янына сәселгән бархатцы, укроп, кориандр, сельдерей, календула, ҡаҙап сығылған әрем һабағы ярҙам итә.
Картуф ояһына саҡ ҡына һибелгән көл, уны проволочниктан һаҡлай.
Һарымһаҡ һәйбәт үҫһен өсөн июндең тәүге яртыһында тоҙ иҙмәһен ҡояң (2 аш ҡалағын 10 литр һыу менән бутап), унан ябай һыу һибәң.
Ҡыяр һыу ярата. Быны ул сәскә атҡанда һәм уңыш биргәндә онотмағыҙ. Әммә ул сәскә ата башлағанда һирәгәйтегеҙ, һуңынан күберәк ҡоя башлағыҙ. Уңышты тиҙерәк ала башларһығыҙ.
Эҫе көндәрҙә ҡыярға һыу ҡойоп ҡына ҡалмағыҙ, һиптертегеҙ ҙә. Ҡыяр һеркәһе 30 градустан һыуығыраҡ булһа, "үлә". Теплицаға һыулы мискә ултыртып ҡуйығыҙ.
Һауа температураһы үҙгәреүсән булһа, ҡыярҙың тәме үҙгәрә. Сквознякты ла ул яратмай.
Май башында борос һабағанда бер нисә борос күреп ҡалһағыҙ, шул уҡ ваҡытта ул сәскә атыуынан туҡтаһа,
был боростарҙы өҙөгөҙ. Ул саҡта борос ҡабаттан сәскә ата башлар. Төбөн йомшартып тороу ҙа мул уңыш бирер.