Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Май 2020, 18:18

Йәш булып ҡалырға теләйһегеҙме?

Улайһа йылына өс тапҡыр өс аҙна дауамында һәр иртә һайын шалфей төнәтмәһен эсегеҙ. Ә рецебын сайттан уҡығыҙ.

Шалфей - иң ҡиммәтле дарыу үләндеренең береһе булып тора. Ул йәшлеккә ҡабаттан ҡайтара алмаһа ла, тәндең ҡайтарыуын туҡтатып тора ала.
Шалфейҙың төп үҙенсәлеге - үҫемлектәге гормондарҙа. Шалфейҙың гармоны ҡатын-ҡыҙҙарҙың эстроген гормондары менән оҡшаш. Шуға ла йәшәртеү курстарын 35 йәш тулыу менән башлау мөһим.
Йылына өс тапҡыр өс аҙна дауамында һәр иртә һайын шалфей төнәтмәһен эсер кәрәк була.
Бының өсөн бер стакан ҡайнар һыуға 1 балғалаҡ шалфей үләнен һалып, һыуынғанын көтөргә. Унан иртәнге ашҡа 30-40 минут ҡалғас аҙ-аҙлап уртлап эсергә. Әгәр теләһәгеҙ, төнәтмәгә бал йә лимон киҫәге һалырға мөмкин. Шулай уҡ икеһен бергә ҡушырға ла була.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Читайте нас: