Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Мая 2020, 20:38
Ҡулдарыңды һаҡла!
Ҡәҙерле дуҫтар! Баҡсала көндәр буйы эшләп, ҡулдарығыҙ ярылып, ҡатып бөттөмө? Улайһа был кәңәштәр һеҙҙең өсөн.
Ысынында, иһә, ярҙамсылар һеҙҙең янығыҙҙа ғына ултыра. Уны өйҙә аш-һыу бүлмәһендә, аптечкала, баҡсала табырға була.
1. Помидор. Ҡулда бешкән помидорҙы иҙәбеҙ, айырыуса тырнаҡ тирәһенә күберәк һөртәбеҙ. Унан ҡулды йыуабыҙ. Булды, ҡулдарыбыҙ баҡсала бирсәткеһеҙ эшләмәгән дә кеүек таҙарып ҡалды. Их!
2. Ҡуҙғалаҡ. Бер нисә япрағын өҙөп алабыҙ ҙа, ҡулыбыҙҙа иҙгеләп алабыҙ. Ҡуҙғалаҡ урынына ревенде ҡулланырға ла мөмкин. Ҡулдар таҙарып һәм ағарып ҡалыр.
3. Усыбыҙға бер аҙ шәкәр һалып, зәйтүн майын ҡойоп, шәкәре иреп бөткәнсе ыуабыҙ. Ҡуды һыу менән йыуабыҙ. Ебәк кеүек булып китә был процедуранан һуң ҡулдар.
4. Лимон кислотаһын һыуға иҙеп, ҡулдарҙы 5-7 минут тирәһе тығып ултырабыҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
5. Тағы ла эш башлар алдынан кер һабынын тырнағыҙ. Тырнаҡ аҫтына инеп тулһын. Эштән һуң ҡулды йыуғас, тырнаҡ аҫты таҙа килеш ҡалғанын күрерһегеҙ.
6. Картуф бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Ҡул өсөн бик файҙалы бит ул. Бер ниндәй химияһыҙ ҡул йомшаҡ һәм таҙа булып ҡала.
Баҡсаларығыҙ мул уңыш бирһен! Ә үҙегеҙ һау-сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"