Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Апрель 2020, 18:50

Сырник әҙерләйбеҙ

Һеҙгә еңел генә әҙерләнә торған сырниктың рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Сырник бешерәбеҙ
Һеҙгә еңел генә әҙерләнә торған сырниктың рецебын тәҡдим итәбеҙ.
1. 1 йомортҡа;
2. 2 аш ҡалағы самаһы он;
3. бер ҡап эремсек (ҡатыраҡ булһа яҡшыраҡ);
4. Тәменсә шәкәр ҡомо;
Бөтәһен дә бергә ҡушып, яҡшылап болғатырға.
Ҡамыр әҙерләгәнсе, майлы табаны ҡыҙҙырырға ҡуйырға.
Әлеге ҡушылманан түңәрәктәр яһап, онлы тәрилкәгә һалып әүәләргә.
Майлы табала сырниктарҙың ике яғын да ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға.
Табынға уларҙы шәкәр ҡомо һибеп йәки ҡаймаҡ менән бирергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: