Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
23 Апреля 2020, 11:10
Баҡсасылар, һеҙҙең өсөн!
Кебләнән һәм ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?
Кебләнән ҡотолайыҡ
Йәй башланыу менән кеблә ҡотороп китеүсән. Ул йәшелсәләрҙе лә, сәскәләрҙе лә, ағас-ҡыуаҡтарҙы ла ярата. Емеш ағастарын махсус төнәтмә менән эшкәртәләр. 50 грамм һуған ҡабығы, 80 грамм һарымһаҡ, 400 грамм помидор һабағын (ғәҙәттә, ҡырҡып ташлаған ботаҡтарын файҙаланалар) 3 литр һыуҙа 12 – 15 сәғәт төнәтәләр. Һөҙөп, кеблә баҫҡан ағас-ҡыуаҡтарға һиптерәләр, ботаҡтарын ошо һыуға тығып алырға ла мөмкин. Быны 6-8 көн аша 3-4 тапҡыр ҡулланыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.
Кейәү үләнен, меңъяпраҡ, әремде бер үк миҡдарҙа алып, 1:2 нисбәтендә һыу ҡоялар ҙа һүрән утта ярты сәғәт самаһы ҡайнаталар. 10 литрға еткергәнсе һыу өҫтәйҙәр, ҡырғыстан үткәрелгән 50 грамм кер һабыны ҡушалар. Һабын иреп бөткәс, һөҙөп, йәшелсәләрҙе эшкәртәләр. Быны аҙна һайын ҡабатларға мөмкин.
Ҡырмыҫҡанан
Ҡырмыҫҡаны файҙа килтереүсе бөжәк тип беләбеҙ. Тик баҡсалағы иләүҙәр артыҡ ҡыуандырмай. Улар үҫемлектәргә зарар килтерә, етмәһә, махсус рәүештә кебләне үрсетеүе билдәле. Нисек ҡотолорға һуң? Ҡырмыҫҡалар насар еҫте яратмай. Кәрәсингә манылған сепрәкте улар эйәләшкән ергә һалып ҡуйһағыҙ, ҡасыу яғын ҡарарҙар.
Бор кислотаһы ла – ҡырмыҫҡаға ҡарата борондан ҡулланылған сара. Бер нисә киҫәк шәкәргә бор кислотаһын һеңдереп, ҡырмыҫҡалар йөрөгән ергә ҡуйырға кәрәк. Улар был ағыуҙан оҙаҡламай юҡҡа сығыр.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"