Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Апрель 2020, 17:45

Ҡыяр сәстегеҙме?

Июнь баштарында уҡ өҫтәлегеҙҙә ҡыяр булһын өсөн уларҙы ҡасан ултыртырға?

Иртәрәк ашай башлар өсөн ҡыярҙы ҡасан ултыртырға беләһегеҙме?
Бының өсөн ҡыяр орлоғон апрель урталарында, ә асыҡ түтәлгә майҙың беренсе ун көнлөгөндә сәсергә кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыяр ғәҙәттәгенән бер ай алдараҡ өлгөрәсәк. Йәғни,
июнь баштарына өҫтәлегеҙҙә беренсе ҡыярҙар буласаҡ.
Йылы етмәгән осраҡта улар оҙонға үҫә башлаясаҡ. Бында иһә ҡыярҙы тәрәнгәрәк төртөп йәиһә төбөнә тупраҡ өҫтәп, ҡотҡарырға була. Теплицаға йәиһә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3-4 япрағы булырға тейеш.
Тупраҡ һәйбәт булһа, өҫтәмә ашламалар индереү кәрәкмәй. Ләкин үҫентеләр шытып сыҡҡандан һуң ике аҙна үткәс ашларға кәрәк буласаҡ, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерергә тәҡдим ителә.
Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Читайте нас: