Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Апрель 2020, 02:25

Баҡсасы Айгөлдөң кәңәштәре

Гөрләтеп баҡса үҫтереп, шунан мул уңыш алған, эшенән күңел күтәренкелеге һәм бәрәкәт алған Айгөл Миңлебаеваның кәңәштәре, бәлки, һеҙгә ярҙам итер.

Февраль айы тыуыу менән көҙҙән әҙерләгән орлоҡтарымды урындарынан сығарып барлай башлайым.
Тупраҡлы тоҡтарҙы өйгә индертәм.Элегерәк бер тоҡ етә ине, быйылғы йыл күберәк сәсермен тип уйлап ике тоҡ матур тупраҡ алып ҡалғанмын.Әллә берәй гәзиттән уҡыным, әллә бер оло кеше әйтте, кесерткән күп үҫкән ерҙән алынған тупраҡ уңдырышлы була икән һәм тағы ла бер ыңғай яғы, үҫентеләрҙе аҫтан ғына ҡырҡыусы бөжәктәрҙең булмауы.
Был баҡса эшен яратыуым атайымдан күскәндер.Әсәйемдең өй эштәре, һауынсы булып эшләүе, йәй баҫыуҙа сөгөлдөр утауы, күмәк балаға тамаҡҡа яраштырыуы менән ваҡыты ла булмағандыр.
Баҡса эшендә һәр саҡ атайым алдан йөрөнө.Ер ҡаҙып, түтәл эшләп, һуған, кишеренә тиклем сәсешер ине.Әсәйебеҙ мәрхүмә булып яңғыҙ ҡалғас та баҡса сәсеүҙән туҡтаманы.Үҙе помидор, сәскә үҫентеләре сәсеп баҡсаһына ултыртып, көҙ мул уңыш алды.,
Иң беренсе борос сәсәм.Февральдең башында уҡ татлы борос орлоҡтарымды сығарып йылы һыу, хатта эҫерәк тип әйтер инем бер тәрилкәгә бушатам.Туҡтары аҫҡа төшә, ә ас орлоҡтар өҫтә йөҙөп йөрөй.Йылы ғына тупраҡҡа берәмтекләп сәсеп, шытҡансы ҡаплап ҡуям.Мартта помидор, сәскәләрҙе лә шулай уҡ, орлоҡтарға тикшереү үткәргәс кенә үҙ йәшниктәренә һибеп ҡуям...
Балалар бәләкәй саҡта, иҫке өйҙә йәшәгәндә бик үҫтереп булманы.Урын да булмағандыр.Яңы өйгә күсенеү менән дәртләнеп баҡса эшенә тотондом.
Әлбиттә минең заманса теплицаларым булманы.Яҙ һайын яңыртып, таҡталарҙан эшләнгән ҙур йәшниктәргә тиреҫ тултырып өҫтөнә тупраҡ һалып йәш тал, муйыл ботаҡтарынан яһалған дуғалар ҡуйып, полиэтилен ябып йылытып, үҫентеләрҙе шунда сығара инем.Ун биш йылдан артыҡ инде помидор, борос, кәбеҫтә үҫентеләре һатам.
Әлбиттә ҙур аҡса түгел, шулай ҙа иш янына ҡуш була.Былтыр 18 һумлыҡ петуния орлоҡтарын сәсеп, 4 мең 300 аҡса эшләнем.Һәр һатып алған кешене яҙып барам, иҫәпләйем.Бер юлы ғына ҡулға инмәһә лә был бик файҙалы килем.Көндәлек кәрәк -ярағыңа тотонорға кеҫә аҡсаһы, урыҫ әйтмешләй "карманный расход "
Үҙемдең баҡсаға ултыртҡан үҫентеләрҙе йәй буйы ҡыҙым менән һыу һибеп, сүптәрен утап тәрбиәләйбеҙ.Өлгөргәндәренән салаттар яба торам.Туғандарға таратам, һорағандарға һатып ебәрәм.Февральдә сәскән татлы борос июльдә мул уңыш бирә башлай.Ҡыярҙы июндә үк тәмләйбеҙ.
Мин был яҙмаларым менән нимә әйтмәксемен, ҡыҫҡаһы үҙең үҫтергән йәшелсә -емешкә бер ниндәй ҙә ризыҡ тиңләшмәй.Эйе, һиҙеп белеп торам, ҡайһы берегеҙ маҡтансыҡ тейер, кемелер алдаҡсы, аҡыл өйрәтә тейер өсөнсөгөҙ.Бер кемгә лә аҡыл да өйрәтмәйем, маҡтаныу түгел был, ә ғорурлыҡ, үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреп ҡыуаныу ғына...
Бынан бик күп йылдар элек,2003 йылда шикелле, иҫ китмәле булып картуф уңды.Һатып алыусылар килмәй.Ике баҙ тулды.Ваҡ төйәккә генә алыштырып ҡалдыҡ, кәмегәне лә һиҙелмәй ята бирҙе.Нимәгә булһа ла алыштырырға риза инек.Сөнки яҙ яҡынлашыу менән өйгө баҙҙағы шытасаҡ бит!
Киттем район үҙәгенә Мораҡҡа.Яңы өйөбөҙҙә мебельдең юҡ сағы әле.Бер шифоньер, бер тахта, бер дивандан башҡа бер ни юҡ.Хатта ултырғыс та самалы.Мебель магазинына инеп ҡараштырып сыҡмаҡсы булдым.Алсаҡ һатыусы Рәшиҙә Зарипова апай эшләй ине ул саҡта.Кеше менән тиҙ арала уртаҡ тел табыуым ярҙам иттеме, беҙ тиҙ арала тормош тураһында, тағы әллә ниндәй бихисап проблемаларҙы уртаға һалып оҙаҡ ҡына гәпләштек
.Мин әйтә ҡуйҙым, их Рәшиҙә апай, анау тонналап ятҡан картуфты һатһам, ошо стенканы, кухня шкафтарын, ултырғыс алыр инем тим.Атаҡ, шулай картуфың күпме, давай былайтайыҡ, мин бит мебельде Ырынбурҙан ташыйым, һөйләшеп ҡарайым әле, ул яҡта картуф уңмаған, килеп сыҡһа мин һиңә машина менән килермен тип, адресымды яҙып алды.
Шул тиклем теләгем көслө булғандырмы, Рәшиҙә апайым бер түгел ике Газель менән килеп, үҙе тултырышып, мине стенкалы, аш бүлмәһенә өҫлө аҫлы ике шкафлы, дүрт ултырғыслы итте.Мең рәхмәттәр әйтеп, тауҙай ятҡан картуфтан ҡотолоп, мөлкәтле булып ҡалдыҡ...
Эшһеҙлек хөкөм һөргән ауылда, аҡсаһыҙлыҡ үҙәккә үткән бер мәлдә үҙебеҙҙең йәй буйы матурлап утап, күмеп, ҡортон сүпләп үҫтергән картуфыбыҙҙың бик ҙур файҙаһын күрҙек.
Ә помидор, боростарҙан эшләгән салаттарҙы һатыуым да апаруҡ килем килтерә әле ул.Кемдер бәлки 2 -3 меңде аҡсаға ла һанамайҙыр.Ә мин һанайым.Ошо аҡсаға он алып, кәсебемде дауам итәм.Әйтәйек шыйыҡ май, он алам.Икмәк бешереп һатам.Бына бер ике көн элеу шул картуфты арзан ғына һаттым да он алдым.Ике көн рәттән икмәк, бәлештәр заказы ҡабул иттем.Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ тигәндәй, картуф алған кеше лә ҡыуана, минең бизнес та туҡталып ҡалманы, киреһенсә килем килтереп тора.Мин йәштәргә нимә әйткем килә
.Бына шул арзан ғына орлоҡтан үҙегеҙ сәсеп, үҫтереп бер тапҡыр уңыш алып ҡыуанһағыҙ, үҙегеҙҙең таҙа, экологик һау ризыҡты ашаһағыҙ, магазин кәштәһенә башҡа барып төртөлмәйәсәкһегеҙ.!!!
Минең ваҡытым юҡ, балам бар бәләкәй, эштә йөрөйөм, уңайлыҡтарым юҡ, кәртә -баҡсам насар тигәндәргә әйтер инем, теләк булһа былары сүп кенә, ә теләмәгәнгә һәр саҡ сәбәп табыласаҡ инде ул.
Балалар мине йәлләп, әсәәй күп сәсмә әле, йөрөйһөң йонсоп йәй буйы тиһәләр ҙә тыңламайым.Берҙән мин өйҙә эшһеҙ ултырам, икенсенән балаларым өсөн экологик таҙа рмзыҡ үҫтереүем мине ҡанатландыра ғына.Ике -өс тоҡ кишер, сөгөлдөр, төрлө -төрлө салаттар, ҡайнатмалар баҙ тулып ултыра.Күстәнәскә тоттороп ебәрһәң дә күңелгә рәхәт әле ул...
Мораҡ үҙәгендә күпләп сәскә, помидор, борос үҫентеләре һатып ултырған мөләйем йөҙлө апайҙарҙы күрәм дә, ихтирам менән йылмайып һаулыҡ һорашып китәм.Ошо үҫентеләре сәскә атҡансы ни тиклем ваҡыттарын, көстәрен, наҙҙарын һалып тәрбиәләүҙәрен мин аңлап, белеп торам.
Улар аҡса өсөн генә түгел, кешеләргә матурлыҡ, тормош йәме таратыр өсөн дә ошолай эшләйҙәр..Мин быны үҙемдән алып әйтәм.
Иртән торам да һәр бер үҫентемде наҙлап ҡына ҡарап сығам, ҡороларына һыу һалам.Сөнки улар мине киләһе көҙҙә ҡыуандырыусы, туйҙырыусы, өҫтәл йәме буласаҡ һый -ниғмәттәрем.
Әхирәттәремдең әсе боростары шытмаған үҙем генә белгән ысул менән сәсеп ҡуяйым өҫтәп, улар менән бүлешермен, яҡындарымды ҡыуандырып күңелемә ләззәт алырмын тейем.Яҙҙар ғына, йәйҙәребеҙ матур килһен, ә беҙҙең кеүек ер ҡорттарына эш сыҙамаҫ ул.Ни сәсһәң шуны үҫтерер ғәзиз еребеҙ бар, аллаға шөкөр!
Читайте нас: