Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Апрель 2020, 10:05

Йыуа

ЙӘНӘ БЕР ТӘБИҒӘТ ДАУАҺЫ

Тәбиғәтебеҙ төрлө дарыу үләндәренә бай. Бөгөн шуларҙың береһе - йыуа тураһында мәғлүмәт биргебеҙ килә.
Йыуаның ҡыяғы, һабағы һәм һуғанбашынан көслө һарымһаҡ еҫе сыға, унда аллиин гликозиды һәм эфир майҙары булыуы арҡаһында шундай сифатҡа эйә. Үҫемлектә аскорбин кислотаһы күп (ҡыяғында 0,73 процентҡа тиклем, төбөндә — 0,10 процент). Бейек тауҙарҙа йыуала С витамины тәпәштәренә ҡарағанда күберәк була. Эфир майҙары составына винилсульфид, тиолдар һәм альдегид инә. Бынан тыш үҫемлектә аҡһым , фруктоза, минераль тоҙҙар, фитонцидтар, лизоцим, каротин бар.
Читайте нас: