Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Апрель 2020, 17:01

Өй шарттарында нисек антисептик әҙерләргә?

Бөгөн дарыуханаларҙа, сауҙа нөктәләрендә антисептик һатып алыу ауырлыҡ тыуҙыра. Уларҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә әҙерләй алаһығыҙ.

Бөгөн дарыуханаларҙа, сауҙа нөктәләрендә антисептик һатып алыу ауырлыҡ тыуҙыра. Уларҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә өй шарттарында әҙерләй алаһығыҙ.
Шулай итеп уның өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
этил спирты (833 мл), водород перекисы (40 мл), глицерин (15 мл). Уларҙың барыһын да флакондарға ҡойоп, яҡшылап болғатырға һәм бер аҙ ҡайнап сыҡҡан һыу өҫтәргә кәрәк.
Тағы ла бер ысул: уның өсөн 50 мл таҙартылған һыу, 50 мл спирт төнәтмәһе, 30 мл глицерин алып яҡшылап болғатырға. Һуңынан 5 тамсы үҙегеҙ теләгән тәмле еҫле эфир майын өҫтәп, тағы ла болғатырға.
Ә быныһы өсөн 50 мл таҙартылған һыу, 50 мл спиртлы төнәтмә, 30 мл глицерин һәм 5 тамсы үҙегеҙгә оҡшаған еҫле эфир майын
алып, уларҙы бергә ҡушып болғатырға кәрәк.
Сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас: