Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Март 2020, 21:00

Тиҙ генә, еңел генә кәбеҫтә тоҙлау сере

Еңел генә кәбеҫтә тоҙлау рецебы бар. Уның менән йылдың ниндәй миҙгелендә лә кәбеҫтә тоҙларға мөмкин. Уның бар нескәлеге – маринадта.

Еңел генә кәбеҫтә тоҙлау рецебы бар. Уның менән йылдың ниндәй миҙгелендә лә кәбеҫтә тоҙларға мөмкин. Уның бар нескәлеге – маринадта.

Шулай итеп өс литрлыҡ банка өсөн:

- артыҡ ҙур булмаған бер кәбеҫтә;

- 1 дана кишер;

- 3 теш һарымһаҡ;

- 1-2 баш һуған;

- йәшел тәмләткестәр.

Маринад өсөн:

- 1,5 литр һыу;

- 2 аш ҡалағы тоҙ;

- 1/2 стакан көнбағыш майы;

- 4 аш ҡалағы шәкәр;

- 70 процентлы 1 аш ҡалағы уксус.

Кәбеҫтәне, кишерҙе, һарымһаҡты, һуғанды ҡырҡып, уға йәшел тәмләткестәрҙе өҫтәп, яҡшы ғына итеп болғатабыҙ һәм банкыға тултырабыҙ. Һыуға тоҙ, май, шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сығыр алдынан уксус өҫтәйбеҙ. Һуңынан уны банкаға ҡоябыҙ һәм крышка ябып, ултыртып ҡуябыҙ. Бер тәүлек ултырғандан һуң уны һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Телеңде йоторлоҡ тоҙло кәбеҫтә әҙер. Уны кәрәк булған саҡта, кәбеҫтә алып, әҙләп-әҙләп кенә әҙерләргә лә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Читайте нас: