Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Март 2020, 00:35

Үҙ ҡулдарыбыҙ менән маска тегәйек

Быны һеҙ ҙә булдыраһығыҙ!

Хөрмәтле хужабикәләр, әхирәттәр, уңғанбикәләр!
Бөгөн дарыуханаларҙа медицина маскаларының булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлау маҡсатында, күп тапҡыр ҡулланыла торған маскаларҙы өйҙә үҙегеҙгә лә тегеп алырға мөмкин. Тик уларҙы көн һайын кер һабыны менән йыуып һәм мотлаҡ рәүештә үтекләп ҡуйырға кәрәклеген онотмағыҙ. Һүрәттә бирелгән схема әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай. Ниңә әле бөтәһен дә һатып алырға? Ҡасан да булһа, нимәнәндер тегә башларға ваҡыттыр бит.
Һау булайыҡ, бар булайыҡ!
Читайте нас: