Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Март 2020, 12:10

Нимә ул ҡортбаш?

Ҡортбаш - башҡорт халҡында күҙ тейеүҙән һаҡлаусы бетеү һәм биҙәнеү әйбере булараҡ ҡулланылған бәләкәй генә диңгеҙ ҡабырсағы.

Ҡортбаш - башҡорт халҡында күҙ тейеүҙән һаҡлаусы бетеү һәм биҙәнеү әйбере булараҡ ҡулланылған бәләкәй генә диңгеҙ ҡабырсағы.

Ҡортбаш ҡатын - ҡыҙҙы, бала - сағаны күҙ тейеүҙән, төрлө ҡара көстәрҙән ҡурсалай тип һаналған. Ҡабырсыҡтар, ғәҙәттә, ҡашмау таҫмаһының ситтәренә, еләнгә, шулай уҡ малайҙарҙың түбәтәйҙәренә тегеп ҡуйылыр булған. Ҡортбаш фәнни әҙәбиәттә каури (һинд телендә) тип атала. Ул башлыса Малодив утрауҙарында осрай һәм ошо утрауҙарҙан Һиндостан ярымутрауы менән Африкаға үтеп ингән. Каури - ҡортбаш беҙҙең эраның 400-сө йылынан алып ХХ быуат башына тиклем Һиндостанда бәләкәй аҡса берәмеге сифатында ҡулланылған. Мәҫәлән: 3000-1200 бөртөк 1 рупийға торошло булған. Башҡорт халҡы ҡортбаш ҡабырсығы менән бик борондан таныш. Шуға күрә атамаһы бар, һәм беҙҙең милли кейемдә лә урын алған. Күрәһең, был диңгеҙ ҡабырсыҡтары башҡорттарҙың Һиндостан менән тығыҙ сауҙа бәйләнеше һөҙөмьәһендә килеп ингән. Башҡорттарҙың бик борон Һиндостанға барып йөрөгәне тураһында тарихсылар күп дәлилдәр килтерә. Шулай итеп, "ҡортбаш" тип үҙенсәлекле исем менән аталған кескәй диңгеҙ ҡабырсаҡтары боронғо башҡорт тарихының әле асылмаған серҙәрен һаҡлай.

Читайте нас: